Корбут Ольга Валентиновна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up using AWB
3 юл:
 
== Спорт биографияһы ==
[[Файл:Madame_Tussauds_London_00813_Nevit.jpg|мини|Лондонда мадам Тюссо музейында Ольга Корбуттың балауыҙ һыны ]]
Ольга Корбут 1963 йылда икенсе класта уҡыған сағында Ярослав Иванович Королдең гимнастика түңәрәгенә килә. 1965 йылда 10 йәшендә Ренальд Кныштың төркөмөнә эләгә. Тәүге ҙур уңышҡа 1970 йылда өлгәшә — таянып һикереүҙә СССР чемпионы була һәм СССР йыйылма командаһына индерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бүрәнәлә сальто эшләй алған тәүге гимнаст.
 
Спорт гимнастикаһы тарихына [[Турищева Людмила Ивановна|Людмила Турищева]] менән Ольга Корбуттың бер-береһенә ҡаршы тороу тарихы ингән. Турищева иҫке академик гимнастика мәктәбен кәүҙәләндерә, ә Корбут спорттағы яңы ағымды сағылдыра: дыуамал элементтар, атлетизм һәм йәшлек. 1972 йылда Мюнхен Олимпиадаһында Корбут новаторҙарса гимнастика элементтарын күрһәтә һәм тамашасы һөйөүен яулай. Ләкин абсолют беренселек өсөн ҡаты алышта Турищеванан еңелә<ref>[http://www.kommersant.ru/doc.aspx?DocsID=353735 «Нашу гимнастику губит увлечение трюкачеством»]</ref>. Абсолют беренселектә үҙенең яратҡан снаряды булған бүрәнәлә сығыш яһағанда ул етди хата ебәрә һәм һөҙөмтәлә хатта призёрҙар иҫәбенә лә инмәй<ref name="Ref1">[https://books.google.kz/books?id=mYBtMajLAaAC&pg=RA1-PA333 Sports around the World: History, Culture, and Practice by John Nauright / p333] {{Тикшерелгән|25|12|2015}}(Тикшерелгән 25 декабрь 2015)</ref>.
 
1976 йылда Ольга Монреалдәге Уйындарҙа СССР йыйылма командаһында була, команда составында алтын һәм бүрәнәлә көмөш награда яулай.
 
1991 йылдан [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]]-та йәшәй<ref>{{Cite news|title=Olga Korbut, Now A Fearful Mother, Is Enlisting Aid For Chernobyl Victims|first=Jere|last=Longman|url=http://articles.philly.com/1991-04-24/news/25777834_1_leonid-bortkevich-olga-korbut-foundation-chernobyl-victims|date=24 April 1991|accessdate=23 July 2013}}</ref>, Америка гражданлығына эйә<ref>[http://novosti24.by/sport/olga-korbut-hotya-ya-imeyu-amerikanskoe-grazhdanstvo-dusha-u-menya-vse-ravno-ostalas-belorusskoy.html Ольга Корбут: «Хотя я имею американское гражданство, душа у меня всё равно осталась белорусской»]</ref>.
 
== Шәхси тормошо ==
1972 йылғы Олимпиаданан һуң Ольга Корбут эфир йондоҙона әүерелә һәм 1973 йылда [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]]-ҡа гастролгә саҡырыла. Гастролдәр ҙур триумф менән үтә, һәм Америкала спорт гимнастикаһының абруйы ҡапыл күтәрелеүҙе уның менән бәйләйҙәр. 1974 йылда биографияһы мотивтары буйынса «Чудо с косичками» тигән нәфис фильм төшөрөлә, унда спорт күнегеүҙәрен үҙе башҡара (төп ролдә — Ирина Мазуркевич).
 
Спорт карьераһын Ольга Монреалдә үткән Олимпиаданан һуң тамамлай. 1977 йылда Гродно университетының тарих факультеты дипломын ала. 1978 йылда «[[Песняры]]<nowiki/>» төркөмөнөң солисы билдәле йырсы Леонид Борткевичҡа кейәүгә сыға. Уның менән 22 йыл йәшәй, Ричард исемле ул үҫтерәләр. 2000 йылда айырылышалар<ref name="CNN">{{Cite web|title=Olga Korbut: 'The Sparrow from Minsk' who changed gymnastics|url=http://edition.cnn.com/2012/08/06/sport/olympics-olga-korbut-gymnastics-munich-anniversary|last=Tennent|first=Callum|publisher=CNN|date=6 August 2012|accessdate=22 July 2013}}</ref>.
 
2017 йылда биш олимпия миҙалын һәм спорт еңеүҙәре менән ҡайһы бер әйберҙәрен аукционға һатыуға сығара<ref>[https://www.sb.by/articles/olga-korbut-vystavila-na-auktsion-svoi-olimpiyskie-medali.html Беларусь сегодня: Ольга Корбут выставила на аукцион свои Олимпийские медали]</ref>, улар өсөн 183 мең доллар ала<ref>[https://sport.mail.ru/news/gymnastics/28900918/ Гимнастка Корбут выручила 180 тысяч долларов за проданные олимпийские медали]</ref>. The Daily Telegraph хәбәр итеүенсә, Корбуттың миҙалдарын һәм шәхси әйберҙәрен һатыуы финанс ауырлыҡтары һәм шәхси тормошондағы проблемалар менән бәйле<ref name="dt1">[http://www.telegraph.co.uk/gymnastics/2017/02/28/olga-korbut-sells-olympic-medals-won-munich-1972-games/ Olga Korbut sells Olympic medals she won at Munich 1972 Games]</ref>, әммә Корбут үҙе миҙалдарҙы һатыуы тураһындағы хәбәрҙе инҡар итә<ref>[https://sport.tut.by/news/gymnastics/533523.html?utm_source=sport.tut.by&utm_medium=bottom_news&utm_campaign=recirculation Легендарная белорусская гимнастка возмутилась публикациями о продаже ее олимпийских медалей]</ref>.