Рейн: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
61 юл:
== Оҙонлоғо ==
Рейн [[Европа]]ла иң оҙон йылғаларҙың береһе булып тора. 1932 йылға тиклем Рейн йылғаһының оҙонлоғо 1230 км (764 мили) тип иҫәпләгәндәр. Әммә 1932 йылда немец энциклопедияһы Lexikon Knaurs 1320 километр оҙонлоғонда (820 миль) тип хата ебәргән. Был хата [[Брокгауз энциклопедияһы|Брокгауз абруйлы энциклопедияһында]] ла баҫылып сыҡҡан һәм дөйөм ҡабул ителгән, артабан бихисап дәреслектәрҙә һәм рәсми баҫмаларҙа сағылыш таптҡан. Хата 2010 йылда табылған<ref name="kurzerRhein">{{cite web |author = |url = http://www.sueddeutsche.de/wissen/981/507145/text/ |title = Der Rhein ist kürzer als gedacht – Jahrhundert-Irrtum |website = sueddeutsche.de |accessdate = 2010-03-27 |last1 = Schrader |first1 = Christopher |last2 = Uhlmann |first2 = Berit |lang = de |date = 2010-03-28 |archiveurl = https://www.webcitation.org/682RXU098?url=http://www.sueddeutsche.de/wissen/der-rhein-ist-kuerzer-als-gedacht-jahrhundert-irrtum-1.24664# |archivedate = 2012-05-30 |deadlink = yes}}</ref><ref name="shortRhine">{{cite web |author = |lang = en |url = http://www.thelocal.de/society/20100327-26161.html |title = Rhine River 90km shorter than everyone thinks |website = The Local – Germany's news in English |date = 2010-03-27 |accessdate = 2010-04-09 |archiveurl = https://www.webcitation.org/682RbHyQx?url=http://www.thelocal.de/society/20100327-26161.html# |archivedate = 2012-05-30 |deadlink = no}}</ref>.
== Экология ==
1986 йылдың 1 ноябрендә Европала иң ҙур экологик һәләкәттәрҙең береһе - Швейцарияның Базелала үткән "Sandoz" фирмаһының химия заводында 30 тонна пестицидтар, терегөмөш һәм башҡа ауыл хужалығы химикаттары йылғаға аҡты. Рейн ҡыҙыл төҫкә керҙе, йылға районында йәшәүселәргә өйҙән сығыу тыйылда, ФРГ-ның ҡайһы бер ҡалаларында һыу үткәргестәр ябылды. 10 көн дауамында бысраҡ һыу [[Төньяҡ диңгеҙ]]гә етте. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер баһалар буйынса ярты миллион балыҡ һәләк булды, ҡайһы бер төрҙәре тулыһынса юҡҡа сыҡты.
 
Йәмәғәтселек әүҙем реакцияһынан һуң [[1987 йыл]]да 2000 йылға тиклем иҫәпләнгән "Эшмәкәрлек программаһы - Рейн" ҡабул ителде. Икенсе төрлө ул "Һөмбаш 2000" тип атала ине, сөнки ошо ваҡытҡа [[Salmoniformes|һөмбаш]] балығының йылғаға әйләнеп ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйылған. Һөҙөмтәлә властарҙың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йылғаға ташлаған нитраттар һәм фосфорҙар һаны 50 процентҡа кәмегән, ә ҡайһы бер бысраҡтарҙың кәмеүе 80-ҙән 100 процентҡа тиклем тәшкил иткән. Һөмбаш балығы 3 йылға иртәрәк, [[1997 йыл]]да йылғаға әйләнеп ҡайтҡан.
 
Ағымдағы "Рейн-2020" программаһы һыуҙы һыу инеү өсөн таҙа итеүгә йүнәлтелгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рейн» битенән алынған