Кипр Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
56 юл:
Күп йыллыҡ милли-азатлыҡ көрәш һөҙөмтәһендә, 1960 йылда колониаль империялар тарҡалғандан һуң, утрау бойонһороҡһоҙлоҡ ала һәм бик тиҙҙән грек һәм төрөк общиналары араһындағы ызғыш аренаһына әүерелә. Инглиздар аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем утрауҙа үҙәренең Акротири һәм Декелия хәрби базаларын тоталар. Кипрҙың беренсе президенты итеп Кипр архиепископы һайлана.
 
Киприот-гректар һәм киприот-[[төрөктәр]] араһында (башҡа төрлө әйткәндә, христиандар һәм мосолмандар араһында) бәрелештәр шундай ҡырҡа төҫ ала, хатта 1964 йылда Никосияға БМО миротворческийурталыҡ көстәрен индерергә мәжбүр була. 1974 году йылда бәрелештәр асыҡ һуғышҡa әүереләләр, хәлде Греция һәм Төркиә илдәренең ҡыҫылыуы ҡатмарлаштыра. Энозис яҡлылар (утрауҙы Грецияға биреү яҡлылар) «ҡара полковниктар» ярҙамында хәрби түңкәрелеш башҡаралар, уларға яуап итеп Төркиә, төрөктәрҙе яҡлау һылтауы менән, шундуҡ утрауға үҙенең ғәскәрҙәрен төшөрә. Утрауҙа яҡынса 30 % оккупациялау күҙаллана, сөнки тап шунынса төрөк утрауҙа йәшәй (төрөк мәғлүмәттәренән, гректар ике тапҡырға кәмерәк һанды күрһәтәләр). Ысынында территорияның күберәк өлөшө оккупациялана; төрөк армияһы инглиз базаларына тиклем барып етә һәм шунда туҡтай. Утрау грек һәм төрөк өлөштәренә бүленә.
 
1974 йылғы һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр утрауҙың төньяҡ өлөшөндә лә, көньяҡ өлөшөндә лә бик күп һанда ҡуйылған. Оккупацияланған территорияла 1978 йылда Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы иғлан ителә, уны тик [[Төркиә]] таный.