Алтыншин Ғаяз Сәғит улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
6 юл:
Ғаяз Сәғит улы Алтыншин 1966 йылдың 23 апрелендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Бөрйән районы]] [[Иҫке Собханғол (Бөрйән районы)|Иҫке Собханғол]] ауылында тыуған.
 
Атаһы Сәғит Ғиниәт улы Алтыншин [[Бөйөк Ватан һуғышындаһуғышы]]нда ҡатнаша. Ете йыл армияла булғандан һуң, Иҫке Собханғол ауылында райсовет председателенең сауҙа буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер осорҙа мәктәптә рәсем һәм йыр дәрестәренән уҡыта. Киекбай ауылында клуб мөдире булып та эшләй.
 
Заманында республика кимәлендә билдәле биҙәүсе рассәм, профессиональ музыкант, фотограф һәм шахматсы була. Сәғит Ғиниәт улына Ленинград сәнғәт академияһынан студенттарҙы практикаға ла алып килгән ваҡыттары була.
20 юл:
1989 йылда уҡыуын тамамлап, [[Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]]на эшкә килә. 1989—2006 йылдар эсендә илленән артыҡ роль башҡара. Бер үк мәлдә Өфө сәнғәт институтында «Сәхнә хәрәкәте» предметы буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Театрҙың халыҡ артисы [[Фидан Ғафаров]] «Ғаяз кеүек „Аттила“, „Салауат Юлаев“ ролен башҡарыусы актёр әлегә театрҙа юҡ», — ти.
 
Ҡатыны Алтыншина Земфира Фатих ҡыҙы [[Сибай|- Сибай]] ҡалаһының «Сулпан» балалар театрында режиссёр һәм актриса. Зөһрә Фәйзуллинаның «Андыҙ барҙа ат үлмәҫ» («Девясил — это девять сил») һәм Сергей Белов менән Сергей Куваевтың «Бишкә тиклем һанайым» («Считаю до пяти») әҫәрҙәре буйынса спектакль ҡуйған. Улы Алтыншин Алик Ғаяз улы БДУ — ның Сибай институтында юридик факультетта өлкән уҡытыусы, шулай уҡ декан урынбаҫары булып эшләй.
 
== Спектаклдәрҙә ролдәре ==