Латыш уҡсылары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
97 юл:
1917 йылдың 26 октябрендә 12-се армияның хәрби-революция комитеты йәшерен эшләүен туҡтата һәм фронт буйы һыҙатында власты үҙ ҡулына ала. Ул армияға мөрәжәғәт итеп, Петроград ихтилалы тураһында хәбәр итә һәм революцион пролетариатҡа ярҙам итергә саҡыра. 1-се Усть-Двина менән 3-сө Курзем полктары фронтта позицияларын ҡалдырып, Венден ҡалаһына килә, тимер юл станцияһын биләй, 6-сы Тукум һәм 7-се Бауска полктары Вольмарҙы ала<ref>М. И. Казаков «Любые фланги» Лиесма, Рига 1977 г., стр.50-53</ref>
 
22 ноябрҙә үк 6-сы Тукум полкы (2,5 мең кеше) тулы составта совет власын яҡлау өсөн Петроградҡа совет власын яҡларға килә. Бер аҙнанан һуң уның артынса латыш уҡсыларының йыйылма ротаһы килә, уға ҡыҙыл гвардия отряды менән бергә [[РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы|Совнаркомды]] һәм Смольныйҙы һаҡлау ҡушылған. Һәр латыш полкынан 40 ышаныслы уҡсы һәм бер офицер һайлап алына. Полктар комитеттарының һәм большевиктарҙың тәҡдимдәре буйынса һайлап алынған дәғүәселәрҙе дөйөм йыйылышта раҫлайҙар. Йыйылма рота 9 декабрҙә Петроград ҡалаһына килә. Бынан һуң Смольныйҙа 328 латыш уҡсыһы тамаша залында йыйыла, улар менән В. И. Ленин һөйләшә. Ротаны бинаның өсөнсө ҡатында урынлаштыралар<ref>[{{Cite web|url=https://rus.lsm.lv/statja/kultura/istorija/.a260131/|title=Что и почему нужно знать о том, как латыши заняли Петроград|author=Янис Шилиньш|website=Rus.lsm.lv|date=2017-12-08|publisher=}}]</ref>
 
Был ваҡытта инде уҡсылар тулыһынса большевиктар йоғонтоһона эләгә, 25 ноябрҙә үткәрелгән [[Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы|Ойоштороу йыйылышы]]н һайлауҙа латыш уҡсылары полктарында улар 96,5 % тауыш ала{{Sfn|Andersons|1967|c=251}}.
 
Икенсе яҡтан, латыштар Төньяҡ фронт исемлеге өсөн генә тауыш бирә ала, ә унда [[Ленин Владимир Ильич|Ленин]], латыш большевиктары Пётр Стучка, Ивар Смилга, Карлис Петерсонс һәм башҡалар була. Асылда, уҡсыларға башҡа һайлар кеше лә булмай <ref>[https://rus.lsm.lv/statja/kultura/istorija/chto-i-pochemu-nuzhno-znat-v-viborah-1917-goda-ili-bolsheviki-protiv-latishskih-krestjan.a258703/ ''Янис Шилиньш.'' Что и почему нужно знать в выборах 1917 года, или Большевики против «латышских крестьян». ''Rus.lsm.lv'' (25 ноября 2017)]</ref>.
 
Үҙ ваҡытында Совет пропагандаһы латыш уҡсыларның Совет власына тоғролоғон билдәләүгә бик күп көс һала. Улар араһында ысынлап та инанған большевиктар ҙа була. Әммә улар һәр ваҡыт әҙселектә булған — 1917 йылдың аҙағында 5%-тан артмаған<ref>{{Cite web|url=https://rus.lsm.lv/statja/kultura/istorija/.a256830/|title=Что и почему нужно знать о том, как большевики взяли власть в Видземе и Латгалии|author=Янис Шилиньш, историк|website=Rus.lsm.lv|date=2017-11-09|publisher=}}</ref>.