Роза Попова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
1904 йылдан 1906 йылға тиклем ул әленән әле режиссер сифатында сығыш яһай һәм парраллель рәүештә [[Пловдив]]та театр труппаһында сәхнәлә сығыш яһай. Шунан ул [[Вена]]ға әҙәбиәт һәм [[Вена университеты]]нда медицина өйрәнеү өсөн сығып китә. 1908 йылда Болгарияға ҡайта һәм ҡабаттан уны Милли театрға эшкә саҡырып алалар. Унда ул [[1910 йыл]]ға тиклем уйнай.
 
1910—1911 йылдарҙа ул Русе ҡалаһында театрҙа беренсе режиссер-ҡуйыусы була<ref>{{Cite web|url=http://www.rusetheatre.com/история_137_146|title=История на русенския драматичен театър (болг.). Драматичен театър „Сава Огнянов“, Русе.|author=|website=|date=|publisher=www.rusetheatre.com|accessdate=2020-03-24}}</ref>. 1918 йылда Роза Попова София ҡалаһында үҙ театрына нигеҙ һала<ref>{{{БСЭ3|статья=ПОПОВА РОЗА МИХАЙЛОВА}}</ref>.
 
Күпмелер ваҡыт Ирекле театрҙа эшләй. Ул боронғо грек трагедияларынан алып хәҙерге дрмаға тиклем донъя әҙәбиәте әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған театр программаһын эшләй, әммә идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар таба алмай. Драматург һәм тәнҡитсе Святослав-Камбуров-Фурене менән берлектә беренсе болгар театр студияһына нигеҙ һала, унда театр педагогикаһы менән шөғөлләнә. Камбуров уның өсөн Дилантур псевдонимы аҫтында нәшер ителгән «Завет» пьесаһын ҡуя. Тиҙҙән студия ябыла, ауыр тормош башлана, Розаның һаулығы насарая, ул өйҙә ултыра. Иң ауыр йылдар 1923 йылдан 1925 йылға тиклем һуҙыла. Апаһының ире төрмәлә үлтерелә, актриса берҙән-бер ҡорамынан — сәхнәнән айырыла<ref name="Борджидарова "/>. 1923 йылда Болгар театр студияһына нигеҙ һала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роза_Попова» битенән алынған