Роза Попова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Руска Михайлова Мануйлованың тыуыу урыны һәм сығышы тураһында мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы. Суҡындырыу тураһында таныҡлыҡҡа ярашлы, Роза Попова 1878 йылдың көҙөндә тыуған. Әсәһе — Филипина Глаз [[Нови-Сад|Нови-]]Садта, атаһы — Михаил Манойлович, шулай уҡ шунда тыуған. Руска ата -әсәһен иртә юғалта, өлкән апаһы уның тураһында хәстәрлек күрә<ref>''Ина Божидарова.''&#x20;Роза Попова (1878-1949)&nbsp;(болг.).&#x20;''Фондация Homo Ludens''.&#x20;<small>Дата обращения: 6 июня 2020.</small></ref>. 15 йәшендә үҙенең буласаҡ ирен осрата, һәм 16 йәшендә ул йәшерен никахлаша<ref name="monitor">[http://monitor.bg/article?id=27086 Актрисата Роза Попова простреляна от ревност] — monitor.bg, 22 януари 2005</ref>.
 
Өлкән синыфта Руска «Зора» күсмә театр труппаһына инә. Театр сәнғәтенә актёр һәм режиссер Константин Сапуновта өйрәнә. [[1897 йыл|1897 йылда]]да Велико-Тырново ҡалаһында сәхнәлә «Ихлас дуҫлыҡ» пьесаһында София ролендә беренсе тапҡыр сығыш яһай<ref>{{Китап|заглавие=Енциклопедия на българския тетаър|год=2008|издательство=Издателска къща „Труд“|место=София|isbn=9545287713|страницы=371}}</ref>. Иренең театр труппаһы менән сәйәхәт итә. 1900 йылдан 1902 йылға тиклем «Күҙ йәше һәм көлөү» театры труппаһында уйнай, шулай уҡ М. Стойковичтың хорват театр труппаһы составында сығыш яһай.
 
Ғүмере буйы драматик ролдәрҙе башҡара, күп кенә йәмәғәт сараларында ҡатнаша, Болгарияла милли театр сәнғәтен үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә, уның исеме мотлаҡ София, Пловдив, Русе ҡалаларының мәҙәни тормошо менән бәйле. Париж журналы «Минерва» уны «болгар [[Сара Бернар]]<nowiki/>ы» тип атай («Македония» гәзитенең 26.XI.1933й. мәҡәләһе). Уның уҡытыусыһы, [[Бухарест]] консерваторияһын тамамлаусы һәм [[Болгария]]<nowiki/>ның беренсе профессиональ актерҙарҙың береһе Константин Сапунов Роза Попованың «һирәк фажиғәле талантын» билдәләй.
 
Болгар театры тураһында мәҡәләһендә Гео Милев Роза Попованы һәм Адриана Будевскаяны Болгарияның берҙән-бер ысын драматик актрисалары кеүек билдәләй. [[Балҡан һуғыштары|Балҡан һуғышы]] йылдарында роза сәхнгәне ҡалдыра һәм хәрби госпиталдә ҡорһаҡ тифы менән яфаланғандарҙы тәрбиәләй. Ҡайтыу менән уны үҙ театрын булдырыу идеяһы солғай. Ире менән ул буласаҡ театр проектына ижади база һәм финанс булдырыу өсөн Деде Агачҡа юллана. 1915 йылда Деде Агачта уларҙың йорто бомбаға эләгә һәм емерелә, уның менән буласаҡ театр өсөн пьеса оригиналдары, тәржемәләр, гардероб, китапхана юҡҡа сыға<ref name="Борджидарова">{{Cite web|author=Ина Божидарова|url=http://homoludens.bg/articles/roza-popova-1878-1949/#_ftn2|title=Роза Попова (1878-1949)|lang=bg|publisher=|date=|accessdate=2020-06-06}}</ref>.
 
1900 йылдан уны маниакаль табыныусы, Врацанан 25 йәшлек уҡытыусы һәм шағир Тодор Богданов эҙәрлекләй<ref>''Научно-информационный центр «Болгарская энциклопедия».''&#x20;Большая энциклопедия «Болгария». Том 9.&nbsp; — София: Издательство «Труд», 2012.&nbsp;— С.&nbsp;3524 – 3525.&nbsp;— <nowiki>ISBN 9789548104319</nowiki>.</ref>. 1903 йылдың 20 ғинуарында ул Розаға һәм үҙенә ата. Актриса ауыр яралана һәм оҙаҡ дауалана. Һөжүм Софияла шау-шыулы ваҡиғаға әүерелә, һәм бер аҙҙан Розаны Милли театрҙан эштән бушаталар.<ref>''Научно-информационный центр «Болгарская энциклопедия».''&#x20; Большая энциклопедия «Болгария». Том 9.&nbsp; — София: Издательство «Труд», 2012.&nbsp; — С.&nbsp; 3524 – 3525.&nbsp; — <nowiki>ISBN 9789548104319</nowiki>.</ref>
 
1904 йылдан 1906 йылға тиклем ул әленән әле режиссер сифатында сығыш яһай һәм парраллель рәүештә [[Пловдив]]<nowiki/>та театр труппаһында сәхнәлә сығыш яһай. Шунан ул [[Вена]]<nowiki/>ға әҙәбиәт һәм [[Вена университеты]]<nowiki/>нда медицина өйрәнеү өсөн сығып китә. 1908 йылда Болгарияға ҡайта һәм ҡабаттан уны Милли театрға эшкә саҡырып алалар. Унда ул [[1910 йыл|1910 йылға]]ға тиклем уйнай.
 
1910—1911 йылдарҙа ул Русе ҡалаһында театрҙа беренсе режиссер-ҡуйыусы була<ref>{{Cite web|url=http://www.rusetheatre.com/история_137_146|title=История на русенския драматичен театър (болг.). Драматичен театър „Сава Огнянов“, Русе.|author=|date=|publisher=www.rusetheatre.com|accessdate=2020-03-24}}</ref>. 1918 йылда Роза Попова София ҡалаһында үҙ театрына нигеҙ һала<ref>{{{БСЭ3|статья=ПОПОВА РОЗА МИХАЙЛОВА}}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роза_Попова» битенән алынған