4 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
66 юл:
* [[Пятяри Иван Викторович]] (1921—5.06.1949), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, штурм авиацияһы гвардия полкы командиры ярҙамсыһы, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945).
* [[Вилданов Фәрит Исмәғил улы]] (1936—2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1995 йылдарҙа [[Благовар районы]] «Октябрь» колхозының баш агрономы, 1995—1999 йылдарҙа — рәйесе. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған агрономы (1969). Ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1971, 1981) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың [[Иҫке Абзан]] ауылынан.
* [[Сыртланов Ампир Шәйбәк улы]] (1936—29.06.2016), нефть сәнәғәте эшмәкәре, [[фән|ғалим]]-[[Инженерлыҡ эше|инженер]]. 1984 йылдан [[«Башнефть» производство берекмәһе]]нең баш инженеры—генераль директор урынбаҫары, 1994—2002 йылдарҙа — генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983). [[КПСС]]-тың XXVII съезы делегаты. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) [[Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай]] депутаты. [[Рәсәй Федерацияһы]] нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, [[Рәсәй]]ҙең Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Бүздәк районы]] [[Сыртлан (Бүздәк районы)|Сыртлан]] ауылынан.
* [[Гульченко Моисей Николаевич]] (1941), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1972—1995 йылдарҙа Башҡоростан ижади-берекмә комбинаты рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008).
* [[Батталов Эдварт Миңләхмәт улы]] (1951), [[фән|ғалим]]-[[Химия|химик]], уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге [[Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге]]нең [[Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)|Органик химия институты]]ның ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/4_март» битенән алынған