Молдова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
217 юл:
[[Файл:Parlament Building Moldova.jpg|мини|Здание Парламента Молдавии]]
{{Главная|Парламент Молдавии}}
Илдең юғары закондар сығарыу органы — бер палаталы парламент (101 урын).
 
Депутаттар дүрт процентлы барьер менән пропорциональ система буйынса 4 йылға һайланалар (2010 йылдан). 2009 йылда барьер 5 % була, 2008-2009 йылдарҙа — 6 процент, ә 2008 йылға тиклем 4 % булған.
 
1991 йылда Молдавия СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң тәүге парламент һайлауы 1994 йылда ойошторола. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Аграр-демократик партия 56 мандат, Социалистик партия блогы— «Берҙәмлек» 28 мандат, Демократик көстәр партияһы — 11 мандат, Христиан-демократик халыҡ фронты альянсы — 9 мандат ала. Парламент рәйесе итеп Петр Лучинский һайлана.
 
2001 йылдағы һайлауҙарҙа Молдова Республикаһы Коммунистар партияһы (ПКРМ) (71 урын) күпселек ала. Шулай уҡ парламентҡа үткән «Брагиш альянсы» (19 мандат) һәм ХДНП (11 мандат) үтә. Евгения Остапчук парламент рәйесе була.
 
2005 йылдың 6 мартында сираттағы һайлауҙар үтә. Икенсе тапҡыр рәттән коммунистар күпселек тауыш (46,1 %) һәм парламентта урындар (101-ҙән 56) ала. Был юлы ПКРМ лидерыЕвропа берлегенә ориентир аласаҡтары, ә партияны «Яңы типтағы Европа партияһы».на үҙгәртергә ниәтләүе тураһында белдерә.
 
2009 йылдың 5 апрелендә һайлауҙарҙа тағы ла ПКРМ еңеү яулай (49,48 % тауыш, парламентта 60 урын). Парламентта урын алған өс оппозицион партия бергә ҡалған яҡынса 35 % тауыш йыя. ОБСЕ-ның халыҡ-ара күҙәтеүселәре һайлауҙы «дөйөм алғанда ирекле» тип атай. Оппозиция һайлау һөҙөмтәләрен инҡар итә, улар фальсификация тураһында белдерә. 6 апрелдә Кишинев үҙәгендә протест акцияһы ойошторола. 7 апрелендә демонстрация контролдән сыға һәм сыуалыштарға әүерелә, һөҙөмтәлә Молдавия президентураһы һәм парламенты бинаһы зыян күрә. 8 апрель таңына сыуалыштар туҡтатыла. 200-гә яҡын кеше ҡулға алына<ref>[http://news.bbc.co.uk/hi/russian/international/newsid_7991000/7991086.stm «Выборы в Молдавии: коммунисты получили большинство»] // — [[Би-Би-Си]], 8 апреля 2009</ref>. Тыныс протест акцияһы аҙна буйына дауам итә, уларҙың төп талабы быға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулға алған манифестанттарҙы азат итеү була<ref>Би-Би-Си: [http://news.bbc.co.uk/hi/russian/international/newsid_8008000/8008322.stm «Молдавские протесты: жестокость в ответ на жестокость?»], 20 апреля 2009</ref>.
 
Оппозицион партиялар президент һайлауҙарына бойкот яһайҙар, һөҙөмтәлә, Молдавия конституцияһына ярашлы, парламент таратыла, һәм 2009 йылдың 29 июлендә ҡабаттан парламент һайлауҙары үткәрелә. Коммунистар партияһы 44,69 % тауыш йыйып һәм 48 мандат биләп сағыштырмаса еңеү яулай.
 
Әммә парламентҡа үткән ҡалған 4 партия: Либераль партия (15 мандат), Молдова Демократик партияһы (13 мандат), Молдова Либераль-демократик партия (18 мандат) һәм уң центристик Альянс «Наша Молдова» (7 мандат), Европа Интеграцияһы өсөн Альянс I -гә берләшә һәм парламентта күпселекте төҙөй (101-ҙән 53 тауыш).
 
Молдавия коммунистар партияһы Владимир Воронин етәкселегендә оппозицияға күсә, сөнки күпселек булдырыу өсөн союздаштар таба алмай.
 
[[Файл:Electoral Posters 2010 Moldova.jpg|thumb|2010 йылда һайлау алды кампанияһы]]
Ил президенты һайланмау менән бәйле, 2010 йылдың 28 сентябрендә Молдавия президенты бурыстарын башҡарыусы Михай Гимп парламентты таратыу тураһындағы указға ҡул ҡуя һәм ваҡытынан алда парламент һайлауҙарын 2010 йылдың 28 ноябренә билдәләй. Был һайлау һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа 4 партия үтә: Коммунистар партияһы (42 мандат), Либераль-демократик партия (32 мандат), Демократик партия (15 мандат) һәм Либерал партия (12 мандат). Либерал-демократтар, демократтар һәм либералдар «Европа Интеграцияһы өсөн Альянс II» төҙөп парламентта күпселекте булдыралар (59 мандат). Мариан Лупу парламент рәйесе була.
 
2012 йылдың мартында Европа интеграцияһы өсөн альянстан кандидат Николай Тимофти Молдавия президенты итеп һайлана<ref>[https://www.wall-street.ro/articol/International/118209/republica-moldova-si-a-ales-presedintele.html Wall-Street.ro «Republica Moldova si-a ales presedintele»]</ref>.
[[Файл:Moldova_Parliament_2019.svg|thumb|right|280px|
'''Политические группы:'''<br>
'''Правительство Санду''' (59)
{{legend|#8B0000|[[Партия социалистов Республики Молдова|ПСРМ]] (35)}}
{{legend|#E6C300|[[Избирательный блок «ACUM Platforma DA și PAS»|ACUM]] (24)}}
 
'''Оппозиция''' (38)
{{legend|blue|[[Демократическая партия Молдовы|ДПМ]] (29)|border=0}}
{{legend|#5CBB72|[[Шор (партия)|Шор]] (7)|border=0}}
{{legend|gray|[[Независимый кандидат|независимые]] (3)}}]]
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Молдова» битенән алынған