5 март — версиялар араһындағы айырма

10 байт алынған ,  1 месяц назад
* [[Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы]] (1931—5.04.2018), нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1991 йылдарҙа [[«Башнефть» производство берекмәһе]] Нефтекама быраулау эштәре идаралығының вышка монтажлау цехы бригадиры. [[РСФСР]]-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985). [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1966). [[СССР]]-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981).
* [[Трапезников Валентин Кузьмич]] (1931), [[фән|ғалим]]-[[Үҫемлектәр физиологияһы|үҫемлектәр физиологы]]. 1963 йылдан хәҙерге [[Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты]] ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1997—2014 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Иглин районы]] [[Алатор]] ауылынан.
* [[Крюкова Антонина Яковлевна]] (1936), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-терапевт. 1966 йылдан республика дауаханалары терпевы, 1978 йылдан [[Башҡорт дәүләт медицина институты]] һәм [[Башҡорт дәүләт медицина университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975).
* [[Ихсанов Марат Мөхәмәт улы]] (1941), [[мәғариф өлкәһе]] ветераны. 1981—2006 йылдарҙа [[Күгәрсен районы]] [[Иҫәнгилде]] ауыл мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
}}</onlyinclude>
 
79 594

үҙгәртеү