Салауат ҡалаһының һыу объекттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл:
Салауат ҡалаһы тирәләй күп һанда күлдәр урынлашҡан. Уларҙың бер өлөшө ҡар һыуҙары иреүҙән һуң хасил була, ә икенселәре шишмәләрҙән туҡлана. Ҡала эсендәге күлдәр тулыһынса ҡоротолған.
 
Иң ҙур күлдәрҙең береһе булған Хорейкин күле<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=167&tab=5 Республика Башкортостан//СОБКОР ПОДНИМАЕТ ПРОБЛЕМУ :Хорейкина яма могла бы стать аквапарком. Раньше это родниковое озеро старожилы пригородного поселка — 116 квартала Салавата …]</ref> — 111-се квартал эргәһендә урынлашҡан. Күлдең ярҙары текә, ул шишмәләрҙән туҡлана<ref>[http://maps.yandex.ru/-/CBQaYC-F Озеро Хорейкино]</ref>. Боронғо башҡорт ауылы Муҫа тирәһендә лә күлдәр бар. ЯлраҡЯлпаҡ күле<ref>[http://maps.yandex.ru/-/CBQaYKKk Яндекс. Карты]</ref> шулар араһында иң ҙуры. Күл яҙын ҡар һыуҙарынан туҡлана. Ағиҙел йылғаһына табан һуҙылып, ярайһы уҡ оҙон булып йыраҡтан уҡ күренеп ята. Әммә уның Ағиҙел йылғаһы йүнәлешендәге осо һаҙмат урынға әйләнә һәм бәләкәй генә шишмә рәүешендә ағып ята. Элек, [[Йомағужа ГЭС-ы|Иштуған һыуһаҡлағысы]] булмаған ваҡытта, был күлдең һыуын яҙғы ташҡын һыуҙары таҙартыр була. Күлдең көнсығыш яры йәшел урман (күбеһенсә ҡарағайҙар) менән ҡапланған.
 
Ҡаланың көньяҡ сигендә Барсагүл күлдәр системаһы урынлашҡан. Был күлдәрҙең ярҙары ҡамыш, ҡыуаҡтар һәм ағастар менән ҡапланған. Ә томбойоҡ сәсәкәһе күпләп үҫкән Сәскәгүл Салауат ҡалаһы һәм Барсагүл араһында ята<ref>http://bashmap.narod.ru/N40/N-40-100.jpg</ref>. Кажак күле иһә Салауаттың төньяғында, баҡсалар араһында урынлашҡан. Сынтимер күле, Һыйырбаткан күле, Сарлак күле, Ҡарман күле, Болғаткан күле һәм Ташлы күл, әллә ни ҙур булмаған был күлдәр ҙә Барсагүл һәм Салауат ҡалаһы араһында ята.