Мортазин Һарун Фәүәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
Һарун Мортазин [[1918 йыл]]дан алып [[Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы]]нда хеҙмәт иткән булһа кәрәк<ref>[https://kitaptar.bashkort.org/files/kombrig_mortazin_ham_unyng_yauzashtary._ofo._2011.pdf Азат ЯРМУЛЛИН. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. 62-се бит.]</ref>. Артабан ошо полк составында ҡыҙылдар яғына сығып, 1919 йылдың март аҙағында, Муса Мортазин менән кире аҡтар яғына күсеп, август аҙағында Башҡорт кавалерия бригадаһы сафында ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға. [[1920 йыл]]да ул Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһында взвод командиры булып йөрөй.
Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабындағы мәғлүмәт буйынса Һарун Фәүәрис улы Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] менән бүләкләнгән<ref>М.Муртазин. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М.— Л., 1927.</ref>. Икенсе сығанаҡта, «РСФСР-ҙың
Муса Мортазин Һарунды үҙенең китабында килтергән исемлектә «яу ҡырында һәләк булды» тип яҙмай, «үлде» тип телгә ала. Тимәк, Һарун Мортазин, Польша фронтынан иҫән ҡайтҡан. Һарун Мортазиндың [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]]нан һуңғы тормошо билдәһеҙ, 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйған.
|