Кутузов (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
 
1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорттар тиҫтәләгән юғары рухлы йырҙар сығарған. Рәсәйҙең ысын патриоты, талантлы етәксе М. И. Кутузовҡа арнап йыр сығарып, уның ҡаһарманлығына баһа бирә, Кутузовҡа шундай ҙур ихтирам күрһәтеү теләгенән сығып, һәр бер куплетта шәп «полководец икән Кутузов» тигән һығымта ҡабатлана. Уның эшләгән эштәре, көслө рухы күрһәтелә һәм бөйөк полководец Кутузовтың тулы образы хасил була, Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән илһөйәр Кутузовтың шаҡтай ҙур, айырым бер тарихи шәхес, ҙур илдең мәшһүр кешеһе икәнлеге күрһәтелә<ref name="Союз кураистов"></ref>.
Йыр ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Йырҙа ил өсөн үҙ йәнен аямаған яугир батырҙар һәм бКутузовКутузов образы аша Рәсәйҙең ҡеүәте, көсө, уның еңелмәҫлеге күрһәтелә<ref name="Союз кураистов"></ref>.
 
Йыр ике өлөштән тора — йыр башынан һәм ҡушымтанан, һәр өлөшө ике һөйләмдән тора. Көйгә киң диапазон (квардецизм) хас. Музыкаль әҫәрҙең төҙөлөшө нигеҙендә (ладовая основа) — өс пентатон төр ойоштормаһы. Ғәйрәтле кварт йөрөштәре, көй һәм ритм структураларының ҡабатланып тороуы йырға сағыулыҡ һәм динамика өҫтәйҙәр.