Фотосинтез: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
37 юл:
 
Фотосинтез һөҙөмтәһендә шулай уҡ молекуляр кислород барлыҡҡа килә.
 
==Фотосинтездың яҡтылыҡ фазаһы==
Фотосинтез — күп баҫҡыслы ҡатмарлы процесс. Ҡояш нурҙары энергияһын химик бәйләнештәр энергияһына әүерелдереүҙә төп роль хлорофилға бирелә.
 
Хлорофилл молекулалары хлоропластың (грандың) мембрана структураларында урынлашҡан һәм аҡһым, липид һәм башҡа матдә молекулалары менән уратып алынған.
 
Фотосинтез процесы хлоропластың күҙгә күренмәле яҡтылыҡ менән яҡтыртылыуынан башлана. Фотон, хлорофилл молекулаһына бәрелеп, уны ҡуҙғыта. Уның электрондары юғарыраҡ орбиталарға, йәғни ядронан алыҫыраҡ орбиталарға һикереп күсә. Бының һөҙөмтәһендә электрондарҙың молекуланан ысҡынып китеүе еңелләшә.
 
Ҡуҙғытылған электрондарҙың береһе күсереп йөрөтөүсе молекулаға (транспорт функцияһын үтәүсе аҡһым) эләгә. Уның ярҙамында мембрананың икенсе яғына күсә. Хлорофилл молекулаһы, һыу молекулаһынан электрондар алып, үҙенең юғалтыуҙарын кире тергеҙә.
 
һыу молекулаһы электрондарын юғалтыу һөҙөмтәһендә протордарға һәм кислород атомдарына тарҡала. Кислород атомдарынан молекуляр кислород барлыҡҡа һәм мембрана аша үтеп, атмосфераға бүленеп сыға.
 
Протондар иһә мембраналар аша диффузияға (үтеп сығыуға) һәләтле түгел.Улар грандарҙа туплана. Шулай итеп, мембрананың бер яғында — ыңғай зарядлы протондар, икенсе яғында кире зарядлы өлөшсәләр туплана.
Мембрананың ике яғы буйлап ҡапма-ҡаршы зарядлы өлөшсәләр тупланыу менән бергә, потенциалдар айырмалығы (протон потенциалы) үҫә бара. Гран мембраналарында АТФ-ты синтезлаусы (АТФ-синтетаза) фермент молекулалары урынлашҡан.
 
АТФ-синтетаза эсендә протондарҙы үткәрә алыусы канал була. Протон потенциалы дәүмәле үҫә барып иң сикке кимәлгә етеү менән был электрон канал асыла. Электр ҡырының көсө протондарҙы канал аша АТФ-синтетаза молекулаһының эсенә этеп индерә. Был ваҡытта бүленеп сыҡҡан энергия АТФ-ты синтезлауға китә.
 
Барлыҡҡа килгән АТФ хлоропластың углеводтар синтезланған урынына йүнәлтелә.
 
Мембрананың икенсе яғында ҡалған протондар күсереп йөрөтөүсе молекулалар тарафынан килтерелгән электрондар менән бына ошонда осраша. Улар берләшеп водород атомдарын барлыҡҡа килтерә. Водород атомдары хлоропластың углеводтар синтезланған урынына ебәрелә.
'''Шулай итеп, Ҡояш нурҙары энергияһы өс процесты тыуҙыра:'''
*һыу тарҡалыу һөҙөмтәһендә молекуляр кислород барлыҡҡа килә,
*АТФ синтезлана,
*водородтың айырым атомдары барлыҡҡа килә.
Бөтә өс процесс та яҡтылыҡта бара һәм фотосинтездың яҡтылыҡ фазаһын тәшкил итеүсе булып тора.
 
==Хлоропластар==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фотосинтез» битенән алынған