Фотосинтез: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
Мельвин Кальвин [[углерод]] изотобы менән CO2 йотолоу процесын иҫбат итә, был эш өсөн уға [[1961]] йылда [[Нобель премияһы]] бирелә.
== Үҫемлек күҙәнәктәрендә фотосинтез процесы ==
Үҫемлек күҙәнәктәрендә фотосинтез процесы махсус органоидтарҙа , йәшел пластидтар хлоропластарҙа бара. Хлоропластар һабаҡтар, емештәре, каса япраҡтары күҙәнәктәрендә була ала, әммә фотосинтезлауҙың төп органы булып япраҡ тора. Ул анатомик төҙөлөшө менән яҡтылыҡ энергияһын йоторға углекислый газды ассимиляцияларға яраҡлашҡан. Япраҡтың яҫы формаһы өҫкө өлөшөнең күләмгә ҡарата нисбәтен ҙур итә.Ә был ҡояш нурының энергияһын тулы күләмдә файҙаланырға мөмкинлек бирә.
 
Тургорҙы тотоу һәм фотосинтезды башҡарыу өсөн кәрәкле һыу тамыр системаһынан япраҡтарға үткәргес туҡымаларҙың береһе — буйлап килтерелә.
 
Япраҡтың ауыҙсалары аша һыуҙың парға осоуы (транспирация) көпшәләр (ксилема) буйлап һыуҙың күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Кальвина циклының эшләүе өсөн кәрәкле ассимиляттарҙың ағымы флоэма буйынса башҡарыла.
 
Фотосинтез бик көсөргәнешле барғанда углеводтар полимерлаша башлауы һәм хлоропластарҙа крахмал бөртөктәре барлыҡҡа килергә мөмкин.
 
Газдар алмашыныуы (углекислый газдың йотолоуы һәм кислород бүленеп сығыуы) ауыҙсалар аша (газдарҙың бер өлөшө кутикула аша хәрәкәт итә) диффузия юлы менән башҡарыла.
 
Хлоропластар ҡояш нурҙары энергияһын файҙаланып, органик булмаған ябай берләшмәләрҙән органик матдәләр синтезлай. Ҡояш нурҙары энергияһы иҫәбенә барған органик берләшмәләр синтезланыуы фотосинтез тип атала. Йәғни, яҡтылыҡ энергияһын органик матдәләрҙәге химик энергияға әйләндереү процесы булып тора.
 
Фотосинтезды ошондай дөйөм тигеҙләмә менән күрһәтергә була: '''6СО2 + 6Н2О'''—»'''C<sub>6</sub>H<sub>12</sub>O<sub>6</sub> (глюкоза) + 6O<sub>2</sub>'''
 
Был процесс барышында энергияға ярлы булған углерод оксиды (IV) һәм һыуҙан энергияға бай матдә — глюкоза углеводы ( Q H i2 0 6) б ар л ы ҡ ҡ а килә.
 
Фотосинтез һөҙөмтәһендә шулай уҡ молекуляр кислород барлыҡҡа килә.
 
==Хлоропластар==
 
Хлоропластар - пластидтар төркөмөнә ҡараған ярым автономлы ике мембраналы органоидтар булып тора. Был органоидтар япраҡтарҙың һәм үҫемлектәрҙең башҡа йәшел органдарының, шулай уҡ һәр төрлө ылымыҡтарҙың күҙәнәктәрендә осрай. Хлоропластарҙың ҙурлығы 4-б мкм, йышыраҡ оваль формала була.
 
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең бер күҙәнәгендә, ғәҙәттә, бер нисә тиҫтә хлоропласт була. Хлоропластарҙа хлорофилл пигменттарының булыуы уларға йәшел төҫ
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фотосинтез» битенән алынған