Фотосинтез: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Һылтанмалар: clean up, removed: {{| (5) using AWB
9 юл:
 
== Фотосинтезды өйрәнеү ==
Фотосинтезды өйрәнеү буйынса беренсе тәжрибәләрҙе Джозеф Пристли [[1770]]—[[1780]] йылдарҙа үткәрә. Ул герметик һауыт эсендә шәм янғанда һауа «боҙолоу»ына иғтибар итә. Һауа яныуға булышлыҡ итмәй, эсенә бикләнгән хайуандар тонсоға. Боҙолған һауаны [[:Портал:үҫемлектәр|үҫемлектәр]] төҙәтә ала. Пристли үҫемлектәр кислород бүлеп сығара тигән нәтижәгә килә, тик бының өсөн яҡтылыҡ кәрәклеген иҫәпкә алмай. Оҙаҡламай быны Ян Ингенхауз асыҡлай.
 
Һуңыраҡ үҫемлектәр кислород бүлеп сығарыуҙан башҡа, углекислый газды йотоп, органик матдәләр синтезлауы асыҡлана. [[1842]] йылда Роберт Майер, энергия һаҡлау законына нигеҙләнеп, үҫемлектәр ҡояш энергияһын химик бәйленеш энергияһына әүрелдерә тигән нәтижәгә килә. [[1877]] йылда Пфеффер был процесты фотосинтез тип атай.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фотосинтез» битенән алынған