Абдуллин Азат Хаммат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Кире алынған Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
29 юл:
 
Әҙип 2023 йылдың 11 ноябрендә [[Мәскәү]] ҡалаһында вафат булды<ref>[https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-11/v-moskve-ushel-iz-zhizni-narodnyy-pisatel-bashkortostana-azat-abdullin-3516498 В Москве ушел из жизни народный писатель Башкортостана Азат Абдуллин. ИА Башинформ, 11 ноября 2023 года]{{ref-ru}}{{V|11|11|2023}}</ref>.
 
== Ижады ==
Уның ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас. [[XX быуат]]тың 70‑се йылдарында йәмғиәттең социаль‑әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе «Ун өсөнсө председатель» (1979) драмаһы үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа). Был әҫәр дәүләт һәм власть органдары чиновниктарына оҡшамай. Уны заманында КПСС Үҙәк Комитеты секретары [[Суслов Михаил Андреевич]] үҙе тыя. «Ун өсөнсө председатель» пьесаһының дауамы — «Һуңғы уҙаман» (1986; яңы редакцияһы «Һағыш йылғаһы») драмаһы. Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) пьесаһы мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән итә (2004 й. Роман Виктюк театрында ҡуйыла).
 
Азат Абдуллин С. И. Чекмарёв тураһындағы «Онотма мине, ҡояш» (1963) документаль повесын һәм драмаһын ижад итә. Әҙиптең әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. «Аҡтан-аҡ һөт» (1976), «Ҡыҙыл ысыҡ» (1979) документаль повестары, публицистик очерктар һәм мәҡәләләр авторы.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==