Суздаль кремле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2
ә #pwb Copy label Add Commonscat Suzdal Kremlin
Тамғалар: Кире алынған
2 юл:
'''Суздаль кремле''' — Суздаль ҡалаһының боронғо өлөшө, археологтар мәғлүмәте буйынса [[X быуат]]та төҙөлгән. Кремль Каменки йылғаһының бөгөлөндә, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. [[2017 йыл]]да [[Рәсәй Федерацияһы]] Хөкүмәтенең ҡарары менән «Кремль ансамбле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип раҫлана<ref>04.05.2017 рәсәй мәҙәниәт министрлығы приказы № 703 раҫлау тураһында «федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау „Ансамбле Кремль“ (владимир өлкәһе суздаль ҡалаһында, кремль урамы, 20)»</ref>.
 
[[XI быуат|XI]] —[[XII быуат]] сиктәрендә бында 1400 м оҙонлоғонда тупраҡ валдар менән ҡәлғә төҙөлә. Валдарҙа бүрәнә диуарҙар һәм башнялар күтәрелә. Кремлдә кенәз һарайы һәм ҡала соборы менән епископ һарайы урынлаша, шулай уҡ кенәз дружинаһы, кенәздең һәм епископтың күп һанлы яҡындары йәшәй.
 
[[XV быуат]]тың икенсе яртыһында оборона ҡоролмалары нығытыла, 1677 йылда 15 башня һәм ҡапҡалар менән ҡарағай бүрәнәләрҙән бурап эшләнгән диуарҙар ҡорола. Бөтә ағас нығытмалар [[1719 йыл]]да янып юҡҡа сыға.
 
Кремль боронғо ҡәлғәнең тупраҡ валдарын һәм йырындарын, бер нисә сиркәү һәм боронғо Раштыуа соборы менән архиерей һарайы ансамблен һаҡлап ҡалған.
17 юл:
 
=== Богородица Раштыуаһы соборы ===
1222—1225 йылдарҙа эзбизташтан (түбән сифатлы аҡ таш) төҙөлгән, Владимир Мономах ваҡыттарындағы балсыҡ ҡорам урынында тора. Әлеге собор шулай уҡ беҙгә үҙенең тәүге ҡиәфәтендә килеп етмәгән. [./https://ru.wikipedia.org/wiki/XIII_%D0%B2%D0%B5%D0%BA XIII] быуат ҡоролмаһынан тик аркатуралы бүлкәт менән сикләнгән аҫҡы өлөшө һаҡланған, унан юғары диуарҙары [[XVI быуат|XVI быуатта]] һалынған, әммә инде аҡ таштан түгел, ә кирбестән. Боронғо өлөшө аҡ шыма таштан семәрҙәр менән биҙәлгән. Фасадтарын арыҫлан фигуралары, ҡатын-ҡыҙҙар битлектәре, семәрле орнаменттар биҙәй.
 
Соборҙың көньяҡ фасады ҡаршыһында 1635 йылда манара төҙөлә, ул һигеҙ ҡырлы сатыр менән тамамлана. [[XVII быуат]] аҙағында унда сәғәттәре хәрефтәр менән билдәләнгән куранттар урынлаштырыла. Собор, палаталар һәм уларға үткәүел менән тоташҡан ҡыңғырау ябыҡ күркәм һарай барлыҡҡа килтерә.
 
=== Архиерей палатаһы ===
Архиерей палаталары комплексы Суздаль сиркәү хакимдары өсөн торлаҡ йорт булараҡ XV—XVIII быуаттар дауамында формалашҡан. Төп бина композицияһы яғынан да, көнкүреш яғынан да собор менән тығыҙ бәйләнгән. [[XX быуат]] уртаһында палаталарҙа музей урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта Архиерей палаталарында Суздаль Кремле һәм Суздаль крайы тарихына арналған экспозиция урынлашҡан.<gallery perrow="6" widths="200" heights="200" style="text-align:center;">
Файл:Suzdal Kremlin1.jpg|Христианлыҡты ҡабул итеү һәм мәжүсилек ҡалдыҡтары
Файл:Suzdal Kremlin2.jpg| Боронғо ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре
Файл:Suzdal Kremlin3.jpg|Ярослав Мудрый бюсы
Файл:Suzdal Kremlin4.jpg|Уҡ башаҡтары һәм хәрби балталар
Файл:Suzdal Kremlin5.jpg|Боронғо асҡыстар
Файл:Suzdal Kremlin6.jpg|Өй кәрәк-яраҡтары
32 юл:
Файл:Suzdal Kremlin8.jpg|[[Андрей Юрьевич Боголюбский|Андрей Боголюбский]] һүрәте менән йәҙрә янғысы һәм [[Всеволод Юрьевич Большое Гнездо|Всеволод Большое Гнездо]] мисәте
Файл:Suzdal Kremlin9.jpg| Боронғо портал киҫәктәре һәм собор таштары
Файл:Suzdal Kremlin10.jpg| Боронғо Суздаль макеты
Файл:Suzdal Kremlin16.jpg|Боронғо тәңкәләр
Файл:Suzdal Kremlin13.jpg|[[Схима|Бөйөк схима]] (монахтар кейеме)
53 юл:
* [http://skyexperts.ru/?p=11 Фотографии с воздуха] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20140512231033/http://skyexperts.ru/?p=11 |date=2014-05-12 }}
* [http://www.temples.ru/model.php?ModelID=8 Трёхмерная модель собора Рождества Пресвятой Богородицы для Google Earth]
{{Commonscat|Suzdal Kremlin}}
[[Категория:Кремлдәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса Бөтә донъя мираҫы]]