Матбуғат йорто
архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)
Ҡала архитектураһы ҡомартҡыһы | |
Матбуғат йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Өфө: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 54 |
Координаталар | 55°47′28″ с. ш. 49°06′52″ в. д.HGЯO |
Проект авторы | А. А. Пахомов |
Төҙөлгән ваҡыты | 1972 йыл |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 1600126000 |
Матбуғат йорто — редакция-нәшриәт комплексы.
Тарихы
үҙгәртергә1972 йылда архитектор А. А. Пахомов проекты буйынса төҙөлгән. Өфөлә урынлашҡан. Унда «Башҡортостан» нәшриәте, шулай уҡ ҡуртым шарттарында республика, ҡала гәзит һәм журналдары («Башҡортостан», «Башҡортостан ҡыҙы», «Вечерняя Уфа», «Йәшлек», «Йәншишмә», «Кызыл таң», «Молодёжная газета», «Республика Башкортостан», «Һәнәк» һ. б.), үҙәк ваҡытлы матбуғат баҫмалары вәкиллектәре һәм башҡа учреждениелар, ойошмалар урынлашҡан. Матбуғат йортонда Журналистар союзы һәм Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының саралары үткәрелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Матбуғат йорто // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |