Масленников йорто (Вологда)
Масленников йорто (Масленниковтар йорто) — Вологдала XVIII быуат аҙағы бинаһы, VI Армия яры буйы урамы, 127 йорт адресы буйынса урынлашҡан, федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы[2][3].
Масленников йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1780 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Архитектура стиле | Классицизм |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | набережная VI Армии, 127 |
Масленников йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙортто 1780 йылдарҙа голланд контораһы төҙөй. 1789 йылда тәүге тапҡыр планда күрһәтелә[4]. Һуңынан уны Вологда сауҙагәрҙәре Рыбников, Бросов, Извозчиков биләй. Күпемеле ваҡыт ул Прочтмейстер йорто тип иҫәпләнә, бында почта контораһы һәм почтмейстер фатиры урынлаша. Артабан бинаға ҡалала билдәле булған Масленниковтар ғаиләһе хужа була (1910 йылдараҙ адресы:Дмитриев яры буйы урамы, 12)[5]. Совет осоронда ремонттан һуң бында Йәш йылғасылар клубы эшләй (1950 йылдарҙа адресы: Ҡыҙыл флот яр буйы урамы, 16).
Ҡомартҡы бинаһында балалар «Меридиан» диңгеҙ үҙәге урынлаша. 2010 йылда тергеҙеү эштәре сиктәрендә ҡыйығын алмаштыралар, штукатурлау буйынса эштәр башҡарыла, шул уҡ мәлдә сәнғәт белгесе Г.М.Лукомский һүрәтләгән классицизм өсөн хас булған бер тонлы төҫтәрҙе боҙоп, фасады ике төҫкә — «терракота» һәм аҡҡа буяла[6].
Архитектураһы
үҙгәртергәМасленников йорто Вологдалағы иртә классицизмының үҫеше ваҡытына ҡарай[7]. Ярым ҡатлы көмбәҙ түшәмле аҫҡы ҡат менән айырым йорт ярым-ҡат ярым- антресоль рәүешендә өҫҡорма менән айырылып тора, ул ҡасандыр еңелсә аттик менән биҙәлгән, XX быуат башындағы Петербург архитектура тәнҡитсеһе Г.К.Лукомский һүҙҙәре менән «бик яҡшы профилдә» була[8]. Был композиция алымы XVIII быуат урталарында Петербург архитектураһынан һуңлап үҙләштерелгән тип иҫәпләнә[4][9]. Бүлмәләр анфилад урынлаша, өс бүлмәнән төп, үҙәк бүлмә ике семәрле симметрия ишектәре, бигерәк тә үҙәк бүлмә яғынан бай биҙәлгән ишектәре менән иғтибарға лайыҡ. Тышҡы баҫҡыстар ихатанан туранан-тура икенсе ҡатҡа алып бара, был бинаны XVII быуат ҡаралтыларына яҡынайта.
Фасады биҙәлеше классицизм өсөн хас — өҫтә биҙәкләп һыланған тура мөйөшлө нишалар һәм аҫта тәҙрәләре, үҙәк өлөшөндә улар өҫтөндә сандриктар, шулай уҡ консолдәргә эленеп торған гирляндалар менән тамамланыусы матур фриз һәм кәрниз. Ярым подвал һәм бина мөйөштәре эре рустовка менән эшкәртелгән. Үҙәк күләмде барокко эҙҙәре булған дүрт пилястра — уртаһында һылап эшләнгән түңәрәктәр бүлә, элек пилястралар бер-береһе менән киҫешкән ботаҡтарҙан капителдәр менән тамамланған (хәҙер юғалған)[9]. Тәҙрәләр араһындағы аралыҡ филенкалар менән башҡарылған.
Г. К. Лукомский Масленников йортон «Людовик XVI стиленең иҫ киткес өлгөһө» тип атай, бинаның пропорцияларын, кәрнизен, XX быуат башында әле иҫән булған балкон рәшәткәләрен маҡтай, йорттоң бер тонда терракот төҫөндә дөрөҫ буяулыуын, тик, ҡыҙғанысҡа, был тон «бер аҙ ҡуйы» булыуын билдәләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Достопримечательности Вологды
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента РФ № 176 от 20.02.1995
- ↑ Дом Масленникова в Каталоге памятников истории и культуры народов РФ . Дата обращения: 18 август 2011. 2012 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ Госдума РФ. Перечень объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения . — Утвержден Указом Президента Российской Федерации от 20 февраля 1995 г. N 176. Дата обращения: 18 август 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Фехнер М. В. Вологда. — М.: Госстройиздат, 1959. — 215 с.
- ↑ М. Ильюшина. Прогулки по Вологде. Дом Масленникова (2011). Дата обращения: 18 август 2011.
- ↑ В Вологде идет реставрация Дома Масленникова . Официальный сайт Администрации г. Вологда (12 октябрь 2010). Дата обращения: 18 август 2011. 2019 йыл 25 ноябрь архивланған.
- ↑ Бочаров Г., Выголов В. Вологда. Кириллов. Ферапонтово. Белозерск. — 3-е. — М.: Искусство, 1979. — 354 с.
- ↑ Лукомский Г. К. Вологда в её старине. — репринт 1914 г.. — Пг.: Сириус, 1914. — 365 с.
- ↑ 9,0 9,1 Бочаров Г., Выголов В. Вологда. Кириллов. Ферапонтово. Белозерск. — 3-е. — М.: Искусство, 1979. — 354 с.