Марк Килбургер[1] (ингл. Marc Kielburger; 1977 йылда, Канадала тыуған) — канада социаль эшҡыуары, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе, ҡустыһы Крейг Килбургер менән бергә, Балаларға азатлыҡ ойошмаһына һәм Me to We нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе (ингл. Free the Children)[2].

Марк Килбургер
ингл. Marc Kielburger
Тыуған көнө

1977({{padleft:1977|4|0}})

Тыуған урыны

Канада

Гражданлығы

Канада Канада

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе

Балалары

2

Наградалары һәм премиялары
Канада ордены ағзаһы
Канада ордены ағзаһы
 Марк Килбургер Викимилектә

Биография

үҙгәртергә

Марк Килбургер 1977 йылда Канадала тыуған.

Ул шәхси колледждарҙа уҡыған: Collège Jean-de-Brébeuf Торонтола (Канада) һәм Neuchâtel Junior College Невшателдә (Швейцария)[3].

Марк Гарвардский университетының халыҡ-ара бәйләнештәр һөнәрен уңышлы тамамлай. Родс стипендияһын алғас, Килбургер Оксфордский университетын хоҡуҡ өлкәһе дәрәжәһендә тамамлай.

Шул ваҡытта Крейг ҡустыһы, Пакистандан ҡоллоҡтан ҡасҡан Икбал Масих малай тураһында ишетеп,[4][5][6][2][7], үҙенең классташтарын балалар ойощмаһы төҙөргә өгөтләй, һыңыраҡ ул ойошма бөтә донъяға билдәле «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына әүерелә (ингл. Free the Children)[4].

Тәүге уңыштарҙан һуң ойошманың эштәре килеп сыҡмай һәм финастары тиҙ аҫҡа тәгәрәй[8]. Улар ҡуртымға алынған офистарҙан китеп, ата-әсәләренең әйәнә ҡайтырға тура килә[8]. Шул ваҡытта Крейгка ағаһы ярҙамға килә[8].

Марк ауыр ваҡытта ҡустыһының башланғыстарына ярҙам итергә була, Уолл-стриттағы тәҡдимдән баш тарта һәм ойошманың нигеҙ һалыусыһы булып сығыш яһай[7][8].

Шул ваҡыттан башлап, ағалы-ҡустылы бергә социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар.

2008 йылда Марк ҡустыһы Крейг менән бергә Me to We ойошмаһын төҙөйҙәр, уның эшмәкәрлеге социаль әһәмиәтле проекттары тормошҡа ашырырға һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлекте пропагандалау була[6]. Me to We килемдең яртыһын «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына ярҙамға ебәрәләр, икенсе өлөшөн компанияны үҫтереүгә йүнәлтәләр[6].

Награда һәм премиялары

үҙгәртергә

2010 йылдың 7 апрелендә генерал-губернатор Марк Килбургерҙы Канада ордены менән бүләкләй — Канаданың юғары дәүләт дәрәжәһен ала[9][2].

Марк Королева Елизаветта II Бриллиант юбилей медален ала[10].

Марк Килбургер бер нисә университеттың хөрмәтле докторы, шул исәптән: Карлтон[11], Гуэлф[12], Капилано[13] һәм башҡалар.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Марк Килбургер Роксанне Джоялға өйләнгән (ингл. Roxanne Joyal), Free the Children һәм Me to We проекттарының идара итеүсеһе[7][14], уларҙың ике балаһы бар.

Марк бала саҡында регби менән шөғөлләнә, һәр йәй һайын спорт лагерында ял итә[15]. Гарвардта уҡығанда ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнә[15].

Библиография

үҙгәртергә
  • Me to We (совместно с Крейгом Килбургером, 2004).
  • Take Action (совместно с Крейгом Килбургером, 2002).
  • Take More Action (совместно с Крейгом Килбургером, 2008).
  • Making of an Activist (совместно с Крейгом Килбургером, 2007).
  • The World Needs Your Kid (совместно с Крейгом Килбургером, 2009).
  • Global Voices: Volume 1 (совместно с Крейгом Килбургером, 2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Фамилия иногда переводится Кильбургер
  2. 2,0 2,1 2,2 Payal Bhatnagar. Craig and Marc Kielburger: Two Canadian brothers inspiring others by example (ингл.). Youth-Leader Magazine (апрель 2011). Дата обращения: 30 апрель 2015. 2016 йыл 9 март архивланған.
  3. Neuchâtel Junior College website 2016 йыл 29 май архивланған.; accessed April 23, 2014.
  4. 4,0 4,1 Кен Робинсон. Найти свое призвание: Как открыть свои истинные таланты и наполнить жизнь смыслом. — Москва: Манн, Иванов и Фербер, 2014. — 368 с. — ISBN 5000570057, 9785000570050.
  5. В Мэриленде дети используют свои навыки, чтобы помогать детям по всему миру. Посольство США (9 декабрь 2008). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  6. 6,0 6,1 6,2 Craig Kielburger (ингл.). Торонтский университет. Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йыл 1 июнь архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 Josh Wingrove. Marc and Craig Kielburger's do-gooding social enterprise (ингл.). The Globe and Mail (19 март 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Andrew Duffy. Free The Children at 20: An unlikely Canadian success story (ингл.). Ottawa citizen (25 апрель 2015). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  9. Order of Canada Investiture Ceremony
  10. Diamond Jubilee Gala toasts exceptional Canadians, CBC (18 June 2012). 19 июнь 2012 тикшерелгән.
  11. Carleton University Awards Nine Outstanding Canadians with Honorary Degrees 2016 йыл 4 март архивланған.
  12. U of G to Honour 'Global Citizens' During Thematic Convocation
  13. Dr. Kielburger’s Biography 2016 йыл 4 март архивланған., Capilano University
  14. Barbara Turnbull. Their love is built on helping others (ингл.). thestar.com (9 март 2009). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  15. 15,0 15,1 Marc Kielburger: social activist (ингл.). ourkids.net. Дата обращения: 30 апрель 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә