Маркелов Степан Ефимович
Маркелов Степан Ефимович (24 март 1891 йыл — 1968 йыл) — диңгеҙ офицеры, Азов Ҡыҙыл хәрби флотилияһының беренсе командующийы, совет диңгеҙ флоты капитаны.
Степан Ефимович Маркелов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Үлгән ваҡыты | |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
флот |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1915—1922 (?) |
Хәрби звание | |
Командалыҡ итеү | |
Хәрби алыш/һуғыш | |
Отставкала |
совет диңгеҙ флоты капитаны |
Биографияһы
үҙгәртергәПетербург диңгеҙ училищеһын тамамлай. 1915 йылдың 25 майында 1-се Балтик флоты экипажына ҡабул ителә. 1915 йылдың 17 авгусында диңгеҙ часы буйынса прапорщик дәрәжәһе бирелә; 1917 йылдың 18 июлендә һуғыш ваҡыты хәрби флоты мичманы тип үҙгәртелә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында «Горизонт» гидрографик судно командиры.
Революциянан һуң Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Флотына күсә. 1917—1919 йылдарҙа — Балтик диңгеҙендә хәрби караптар командиры; «Орёл» траллаусыһы менән командалыҡ итә[1]. 1920 йылдың мартында Азов хәрби флотилияһын төҙөй башлай һәм уның тәүге командующийы булып китә. 1920 йылдың апреленән — Аҙау диңгеҙе яр буйы оборонаһы начальнигы. Врангел армияһы һәм флоты менән һуғышта ҡатнаша. 1920 йылдың 9 июлендә Кривой Рог янындағы һуғышта флот менән командалыҡ итә. 1920 йылдың авгусынан — Одессала 2-се ҡарауыл караптары дивизионы начальнигы. 1920 йылдың октябренән — Одесса — Очаков районының диңгеҙ оборонаһы начальнигы.
Граждандар һуғышынан һуң — гидрографик һәм сауҙа судноларында капитан булып эшләй, Керчь һәм Мариуполь металлургия заводтары диңгеҙ порттарын етәкләй. 1930 йылда ВКП(б) сафына инә. 1937 йылда — Амурҙағы Николаевск ҡалаһында порт начальнигы. Һуңынан Амурҙағы Николаевск (1940—1945), Сахалин (1945—1946) пароходсылыҡтары начальнигы. 1946—1947 йылдарҙа — Углегорск порты начальнигы[2]. 1949 йылдан алып — Ленинград порты капитаны.
Севастополдә ерләнгән.
Ғаилә
үҙгәртергәҠатыны — Ирина Николаевна Нольде-Маркелова (1902—1965).
Наградалары
үҙгәртергә- СССР-ҙың почетлы Диңгеҙ флоты хеҙмәткәре
Хәтер
үҙгәртергәМариуполдең Приморье районында урам С. Е. Маркелов исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карпов А. Н., Коган В. Г., 1994
- ↑ Маркелов Степан Ефимович . Личные архивные фонды в Государственных хранилищах СССР. Архивы России. Дата обращения: 7 август 2012. Архивировано 8 сентябрь 2012 года. 2014 йыл 23 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Карпов А. Н., Коган В. Г. В боях против Врангеля // Азовский флот и флотилии. — Таганрог: Сфинкс, 1994. — 296 с. (Тикшерелеү көнө: 7 август 2012)(Тикшерелгән 7 август 2012)
- Под знаменем Великого Октября / Политуправление ЧФ. — Севастополь, 1961. — С. 99.
- Моряки в борьбе за власть Советов на Украине (ноябрь 1917-1920 гг.) : Сб. документов. — Киев: Изд-во АН Украинской ССР, 1963. — С. 613-614.