Мария ҡала дауаханаһы (Дондағы Нахичевань)

Мария ҡала дауаханаһы — XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Дондағы Нахичеванда (хәҙер — Дондағы Ростовтың Пролетар районы) төҙөлгән комплекс. XXI йөҙ йыллыҡҡа тиклем өлөшләтә һаҡланған. Бинаның хәҙерге адресы: 14-се һыҙат урамы, 63, литер Б[1]. Дауаханаға Мария исеме биреү Нахичевань думаһы тарафынан 1888 йылда ҡарар ителә[2].

Иҫтәлекле урын
Мария ҡала дауаханаһы
Беренсе бала табыу приюты урынлашҡан бина
Беренсе бала табыу приюты урынлашҡан бина
Ил Рәсәй
Адрес Дондағы Ростов, 14-се һыҙат, 63, литер Б
Нигеҙләнгән XIX быуат аҙағы - XX быуат башы
Статус памятник культурного наследия регионального значения

18771978 йылдарҙа Дондағы Нахичеванда Мария ҡала дауаханаһы асыла. Уның ихтыяждары өсөн йортто сауҙәгәр Иван Попов бирә. Бина күләмле бәләкәй булғанлыҡтан, барлыҡ дауахана бүлексәләре эше лә тәьмин ителмәй.

 
Марияй ҡала дауаханаһы бинаһы
 
XIX быуат аҙағы — XX быуат башы бинаһы

1892 йылда яңы дауахананың төп корпусы асыла, ә тағы 6 йылдан һуң ауырыуҙарҙы тағы бер — йоғошло ауырыуҙар бүлегендә ҡабул итеү башлана. Мария ҡала дауаханаһының балалар бүлексәһен төҙөүҙә Нахичевандың тоҡомло почетлды гражданы Кирилл Попов үҙ ярҙамын тәҡдим итә. 1902 йылдың йәйендә ҡала властары уның тәҡдимен ҡабул итә һәм төҙөлөш эштәре башлана. Әммә бер аҙҙан хәл-торош үҙгәрә. 1904 йылдың 6 ноябрендә Нахичевань ҡала башлығы Дондағы Ростов ҡала башлығынан ҡалала бала табыу йорто булмауы тураһында хат ала. Был бала табыусы ҡатындар һәм яңы тыуған сабыйҙарҙың сәләмәтлек торошона кире сағылыш таба. Ҡала хакимиәте төҙөлөш алып барылған бинаны бала табыу бүлеге ихтыяжы өсөн ҡулайлаштырырға ҡарар итә. Төҙөлөштө финанслаусы Кирилл Попов та был ҡарра менән ризалаша. Бала табыу приютын йыһазландырыу өсөн бинаның көньяҡ өлөшө бирелә. Беренсе пациенттар бында 1905 йылдың октябрендә ҡабул ителә. Ләкин дауахана эшенең ҡоролошо һәм тейешле ойошманың булмауы һөҙөмтәһендә бала табыу бүлегендә башҡа пациенттарҙы ла дауалайҙар. Айырым бала табыу бүлеген булдырыу идеяһы һаман да асыҡ килеш ҡала. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Кирилл Попов тағы ла финанс ярҙам күрһәтә һәм 24 мең һум күләменда аҡса бирә. 1913 йылда бала табыу приюты эш башлай.

XXI быуатҡа Мария ҡала дауаханаһының барлыҡ биналары ла һаҡланмай. Төп корпус һәм иң башта бала табыу бүлеге булған павильон ғына тороп ҡала. Ғәмәлдәге архитектура объекттарының фасад һәм интерьер элементтары юғалтыла. Ҡыйыҡтың заманса конструкцияһы баштағыһынан айырыла, төп игек һәм ярҙамсы ишектәрҙең ишек конструкциялары тураһында ла шулай тип әйтергә мөмкин. Хәҙер бинала республика ҡан биреү станцияһы урынлашҡан. К. М. Попов павильоны һәм Мария ҡала дауаханаһының төп корпусынан торған биналар комплексы Дондағы Ростовтың төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттарына инә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Как в Нахичевани появился первый роддом 2017 йыл 12 август архивланған.
  2. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону, Владимир Сергеевич Сидоров, Донская государственная публичная библиотека — Гефест, 1994
  3. Перечень объектов культурного наследия регионального значения г.