Мария Магдалина сиркәүе (Ҡыҙыл Десант)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Мария Магдалина сиркәүе
| |
Революцияға тиклемге сиркәү Революцияға тиклемге сиркәү | |
Ил | Рәсәй |
Утар | Неклиновский районы Ҡыҙыл Десант ауылы |
Конфессия | Православие |
Епархия | Ростов һәм Новочеркасск епархияһы. Таганрог мәнфәғәте. |
Бина тибы | Таш |
Төҙөлгән ваҡыты | 1858 |
Бөгөнгө хәле | эшләй |
Сайт | Рәсми сайт |
Мария Магдалина сиркәүе (Апостолға тиң изге Мария Магдалина сиркәүе) — Ростов өлкәһе Неклинов районы Ҡыҙыл Десант утарындағы Ростов һәм Новочеркасск епархияһы Таганрог мәнфәғәтенә[1] ҡараған православие сиркәүе.
Революцияға тиклемге тарихы
үҙгәртергәСиркәү 1858 йылда «Феникс» урыҫ фрегаты капитаны, Рус-төрөк һуғышы (1768—1774 йылдарҙағы) ҡатнашыусыһы Георгий Бенардакиҙың[2] улы— грек милләтле алпауыт Константин Егорович Бенардаки тарафынан төҙөлгән[3]. Сиркәү Таганрог өлкәһе Марьевка ауылы мәхәлләһе өсөн төҙөлгән булған. 1874 йылда Марьевка ауылы Яков Соломонович Поляков милкенә күскән һәм Поляковка тип аталған. 1899 йылда сиркәүҙә Яңы Марьевка сиркәү-мәхәллә мәктәбе, халыҡ өсөн бушлай уҡыу йорто -китапхана асылған. Граждандар һуғышынан һуң, 1924 йылда ауыл Ҡыҙыл Десант тип аталған[4]. Сиркәүҙе Изге Мария Магдалина хөрмәтенә уның исеме менән изгеләндергәндәр.
Сиркәүҙең ҡоролошо
үҙгәртергәСиркәү йорто планда тәре формалы, ҡыңғырау манараһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында торорлоҡ итеп эшләнгән. Йорттоң төп күләме — дүрт мөйөшлө тәҙрәһеҙ, унда һигеҙ мөйөшлө яҡтылыҡ барабаны тәпәшәк сатыр менән ябылған. Йорт янында ҙур булмаған өс ҡатлы сатыр формалы ҡыңғырауҙар манараһы күҙалланған. Бинаның декоры иртә Ренессанс һәм урыҫ классицизмы элементтарынан торған. Сиркәүгә инә торған ишек башына бороғо Русь детале-кокошник ҡуйып эшләнелгән.
Һигеҙ мөйөшлө барабанда 16 өҫкә табан һуҙылған тәҙрәләр ярым түңәрәк формаһында эшләнгән. Ҡыңғырау манараһы шулай уҡ һиҙеҙ ҡырлы. Сиркәү тимер башлы, тәүҙә йәшел төҫкә, хәҙер зәңгәр төҫкә буялған. Сиркәүҙең һуғанды хәтерләткән бәләкәй һәм ҡыңғыра манараһында алтын менән ялатылған бәләкәй шарҙар. Эске ишектәре-ағас, тышҡылары сүкеп эшләнгән тимер менән көпләнгән, паперты -таштан. Сиркәү түшәме көмбәҙле, стеналары штукатурланған. Иҙәне, клиросы һәм солеяһы-ағас, хор урыны юҡ. Иконостасы ике ҡатлы, миһрабы ярым түңәрәк формала, уртаһында -тәхет. Сиркәү эсендә ике плитә тора, унда сиркәүҙе төҙөтөүсе Константин Бенардаки менән уның әсәһе Мария Дмитриевна Бенардаки һәм Константин Бенардакиҙың улы Сергейҙың ҡәбере урынлашҡан тип яҙылған.
Революциянан һуң
үҙгәртергәСовет осоронда сиркәү ябылған һәм таланған, һуңынан складҡа әүерелдерелгән . Һуғыштан һуң бинала элекке Яков Поляков дачаһындағы ял йороноң бильярд уйнау залы эшләгән. 1960-сы йылдарҙа урындағы хакимиәт сиркәү йортонда йөҙөү бассейны урынлаштырырға планлаштырған. Был план тормошҡа ашмаған һәм сиркәү бинаһы ярым емерек хәлдә 1980-се йылдар аҙағына тиклем буш торған.
1989 йылда Ҡыҙыл Десант ауылы халҡы сиркәүҙе тергеҙергә булған. Хакимиәт башлыҡтарының рөхсәтен алыу менән архив документтарын да ҡарамайынса, сәнғәт эшмәкәрҙәренә лә мөрәжәғәт итмәйсә, сиркәүҙе халыҡ тергеҙә башлаған. 1993 йыл 1 ғинуарында бинаның стеналары тулыһынса торғоҙолған, түбәһе ябылған һәм элекке зәңгәр төҫкә буялған, эстәге көмбәҙ түшәм штукатурланып эзбиз менән аҡланған, иҙәненә метлах плитәләре түшәлгән иконостастың ағас каркасы ҡуйылған. Сиркәүҙең иҙән аҫты таҙартылған, элекке үҙенсәлекле кирбес ҡойма өлөшләтә тергеҙелгән, ҡойма ҡапҡаһының өҫтө боронғо терем формаһында ағастан эшләнгән. Сиркәүгә юл асфальт менән ҡапланған, ишек алдында мәхәллә йорто һәм сиркәү мәхәллә мәктәбе менә сиркәү оҫтаханаһы тергеҙелгән[5].
Хәҙерге ваҡытта сиркәү эшләй, уның руханийы — иерей Даниил Давиденко.
Адресы: Ростов өлкәһе, Неклиновский районы, Ҡыҙыл Десант утары Октябрь урамы, 1А һанлы йорт.[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт храма 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Село Красный Десант — храм Марии Магдалины
- В одном из старейших храмов Таганрогского благочиния прошел престольный праздник 2017 йыл 20 февраль архивланған.