Мария Магдалина сиркәүе (Андреево-Мелентьево)

1815

Православие ҡорамы
Мария Магдалина сиркәүе
Ил Рәсәй
Ауыл Андреево-Мелентьево
Конфессия Православие
Епархия Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск  епархияһы<nowiki> 
Нигеҙләүсе Андрей Фёдорович Мелентьев
Төҙөлгән ваҡыты 1815
Бөгөнгө хәле эш итеүсе
Сайт Рәсми сайт

Мария Магдалина сиркәүеМәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһының Андреево-Мелентьево ауылындағы православие сиркәүе.

Адресы: 346841, Ростов өлкәһе, Неклиновский районы, Андреево-Мелентьево ауылы, Еңеү урамы , 9-сы йорт.

XIX быуаттың 20 йылдарында йөрөүселәрҙең, ауылдың Андреево-Мелентьево ауылы кешеләренең дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында Изге Мария-Магдалина сиркәүе төҙөлгән. Уны Ватан һуғышында Наполеонға ҡаршы һуғышҡан һәм 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән отставкалағы инфантерия генералы алпауыт Андрей Мелентьевтың аҡсаһына төҙөгәндәр.

Кирбес сиркәүҙе ун йыл төҙөгәндәр, төҙөлөп бөткәс уны алпауыт ҡыҙы Марияның исеме менән изге Мария Магдалина сиркәүе тип атағандар[1].

1930 йылға тиклем сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылғандар. Һуңынан ғибәҙәтхананы япҡандар, ә уның подвалында Таганрог ҡалаһының ябыҡ монастырҙарының береһенән килгән суфый ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән.

1948 йылда сиркәү яңынан асылып, 1960 йылға тиклем эшләп килгән. Сиркәүҙе ҡыйырһытыу йылдарында уның бинаһын төҙөлөш материалдары склады итеп файҙаланғандар. 80-се йылдарҙа бинала янғын сығып, сиркәүҙең таш стеналары ғына тороп ҡалған. Стеналағы фрескалар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Ғибәҙәтхананы янғын ҡалдыҡтарынан таҙартҡан саҡта бина подвалында Федор һәм Андрей Мелентьевтарҙың сиркәүҙәге кәшәнәһен тапҡандар. Кәшәнәләге кешеләрҙең ҡалдыҡтары яҡшы хәлдә һаҡланып ҡалған, унда һуғышсыларҙың матур эполетлы мунддирҙары ла янмай ҡалған.

1992 йылдың сентябрь айында ауылда рәсми рәүештә сиркәү йәмғиәте теркәлгән. Емерелгән сиркәүҙе аҡрынлап тергеҙә башлағандар.

Сиркәүҙе тергеҙеүҙә бик күп кешеләр ҡатнашҡан."Сармат" колхозы, башында А. А. Геращенко торған район хакимиәте төҙөлөш эштәренә аҡсалата ярҙам күрһәткән. Тергеҙелә башлаған сиркәүҙә 4 айҙан һуң — 1993 йылдың 7 ғинуарында ғибәҙәт ҡылыу башланған.

1994 йылда сиркәүҙең ҡыңғырау манараһы төҙөлөп бөткән. Ҡыңғырауҙарҙы Воронеж ҡалаһының предприятиеларының береһендә ҡойғандар. 2000 йылда, Таганрог эшҡыуарҙары сиркәү иҙәне һәм иконостас өсөн мәрмәр плитәләр һатып алғандар. Хәҙерге ваҡытта сиркәү бинаһы тергеҙелгән. Унда йәкшәмбе мәктәбе, «Преображение» хәрби-патриотик клуб эшләй.

Дин әһелдәре

үҙгәртергә

1992 йылдан алып Изге Мария Магдалина сиркәүенең өлкән руханийы — протоиерей Николай Николаевич Бандурин.

Изге әйберҙәр

үҙгәртергә
  • Изге Кукша Одесскийҙың изге һөйәктәре;
  • Изге Мария Магдалинаның сиркәү иконаһы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә