Мария Магдалена Матсдоттер

Мария Магдалена  Матсдоттер (швед. Maria Magdalena Mathsdotter; 21 март 1835 йыл — 31 март 1873 йыл) — Швеция саамы, 1864 йылда Швеция Лапландияһында саам милләтенән булған балалар өсөн мәктәп төҙөүҙе башлап ебәреүсе.

Мария Магдалена Матсдоттер
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 21 март 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Q10466255?, Крамфорс[d], Вестерноррланд[d], Швеция
Вафат булған көнө 31 март 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1] (38 йәш)
Вафат булған урыны Nätra parish[d], Эрншёльдсвик[d], Вестерноррланд[d], Швеция
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Матсдоттер 1835 йылдың 21 мартында Фьелльфьеллдә  Вильхельмина  мәхәлләһендә тыуа (Лаппланд провинцияһы). Ул ярлы ғаиләнән була, атаһы  болан үрсетеү менән шөғөлләнә, боландарҙың миграцияһы мәлендә ҡыш һәм йәй  көтөү көтә. 1843 һәм 1844 йылда ҡыҙ ҡыйынлыҡ менән мәктәпкә йөрөй.

Мария Магдалена Матсдоттер 1864 йылдың ҡышында Оселдағы  үҙ йортонан Стокгольмға саңғыла сәйәхәт ҡыла, монарх менән аудиенция юллау өсөн, юлдың өлөшөн йәйәү үтә. Башҡалаға ул февраль айында килә. Уға ике монарх  Карл XV  һәм королева Луиза Нидерландская, шулай уҡ тол королева Жозефина Лейхтенбергская менән осрашыуға рөхсәт итәләр. Сәйәхәтенең маҡсаты саам балаларына мәктәп-интернаттарҙың яңы системаһын ойоштороу өсөн королдән рөхсәт алыу була[2]. Элек саам балалары христиан динен һәм башҡа мотлаҡ булған дисциплиналарҙы өйрәнергә мәжбүр була, ә мәктәптәр уларҙың өйҙәренән һәм ата-әсәләренән ныҡ алыҫта урынлашҡан, сөнки Лапландияла улар өсөн бер ниндәй ҙә мәктәп булмаған. Бындай шарттарҙа уҡыу өҫтән-мөҫтән һәм ҡыҫҡа ғына була. Матсдоттерҙың инициативаһы хуплана, һәм 1865 йылда Вильхельминалағы мәктәп төҙөлөшөн финанслау өсөн Femöresföreningen («Биш пеннинглы берекмә») тип аталған йәмғиәт ойошторола, һәм ул иң беренсе мәктәп булып һанала. Уның инициативаһы саамдарҙың  дин өлкәһендә белемле булырға изгелекле ынтылышы һымаҡ ҡабул ителә, һәм Матсдоттер рәсми рәүештә оҡшатып эшләүҙең өлгөһө тип атала. Ул баҫалҡы һәм йыуаш итеп һүрәтләнә, сөнки  исемен халыҡҡа белдерергә теләмәй. 

Матсдоттер Стокгольмдағы Францияның Реформатор сиркәүе пасторы Анни Рурих  менән бәйләнешкә инә, пастор уға ярҙам итә. Уның сәйәхәте ике мәктәп һәм ике балалар приютын булдырыуға булышлыҡ итә. 

1866 йылда ул йәнә Стокгольмға  бара һәм король менән осрашмаһа ла, пастор Рурих менән осрашырға теләй. Был юлы уны швед күскенселәренең  Вильхельминала саамдарға хоҡуҡтар бүлеп бирелеүенә ҡаршы булыуҙары борсой. Ул Швецияның төньяғында урынлашҡан Вестерботтендың урындағы  губернаторы Эрик Виктор Альмквист менән бәйләнешкә инә. Ул Матсдоттерҙың эшен үҙенең күҙәтеүе аҫтына ала, һәм  1871 йылда  саамдарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса закондар сығарыуҙа үҙгәрештәр индерелә[3].

Мария Матсдоттерҙың тырышлығы  халыҡ-ара кимәлдә оло иғтибар йәлеп итә, уның тураһында Германия, Бөйөк Британия, Франция, Швейцария, Нидерланд матбуғатында әйтелә, ул илдәрҙә саам мәктәптәре өсөн аҡса йыйыу ойошторола. Францияла  уның тураһында гәзиттә La Laponie et Maria Mathsdotter  исеме аҫтында мәҡәлә  баҫылып сыға.  Нидерландта саам мәктәптәре өсөн иғәнәләр бик әүҙем йыйыла.  Мария  Матсдоттер «Данлыҡлы швед ҡатын-ҡыҙҙарының хәҙерге һүҙлегенә» инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Mattsdotter, Maria Magdalena // Sveriges dödbok 1830–2020 (швед.) — 8 — Sveriges Släktforskarförbund, 2021.
  2. Nilsson, Ingemar. Aposteln för nomadskolan (June 2009). 28 май 2014 тикшерелгән.
  3. Hon skidade till Stockholm för barnen, Lilian O. Montmar, SApmi, 2012, retrieved 27 May 2014