Марго ханым Фонтейн (ингл. Dame Margot Fonteyn, ҡыҙ Маргарет Хукем Margaret Hookham; 18 май 1919 йыл,Бөйөк Британия, Реге  — 21 февраль1991 йыл, Панама) — балет артисы, Лондон Король балетының прима-балеринаһы, СССР-ҙан ҡасҡандан һуң Рудольф Нуриевтың даими партнеры, панама юрисы һәм дипломаты Тито де Ариасаның ҡатыны.

Дама Марго Фонтейн
Dame Margot Fonteyn
Исеме:

Маргарет Хукем Margaret Hookham

Тыуған ваҡыты:

18 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Рейгейт, Бөйөк Британия

Вафат ваҡыты:

21 февраль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны:

Панама, Панама

Һөнәре:

балет артисы

Наградалары:
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры

Биографияһы

үҙгәртергә

Марго Фонтейн балет менән педагог Грэйс Босустоуҙа үҙенең өлкән ағаһы менән бергә дүрт йәшлек сағынан шөғөлләнә башлай. Һигеҙ йәшендә ғаиләһе менән Шанхайға күсеп килә. Унда атаһы тәмәке фабрикаһында инжеренр булып эшләгән була. Шунда уҡ рус эмигранты Георгий Гончаровтың студияһында балет менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1933 йылда, ун дүрт йәшендә әсәһе менән Лондонға әйләнеп ҡайта (уның атаһы Икенсе донъя һуғышында япондар тарафынан бында ебәрелгән була). Нинет де Валуа балет студияһында шөғөлләнә башлай. Бында Ольга Преображенская һәм Матильда Кшесинская уның остаздары була. Киләһе 1934 йылда ул де Валуа етәкләгән «Вик-Уэллс» труппаһы составында тәүләп сәхнәлә сығыш яһай. Тәнҡитселәр һәм тамашасылар йәш башҡарыусының бейеүҙәге һығылмалығын шунда уҡ бик оҡшаталар.

Труппанан прима-балерина Алисия Маркованың китеүе менән Марго уның урынын ала. Солистка булараҡ ул «Аҡҡош күле», «Жизель», «Йоҡолағы һылыу» балеттарында төп партияларҙы башҡара. Үҙенең классик балеттағы бөтә партияларын Марго Вера Волкова менән, уның шәхси лондон студияһында, бергә әҙерләй. Волкова балерина өсөн уның артист һәләтен тулыһынса асыуҙа ярҙам итеүсе педагог була.

Һуғыштан һуң Фредерик Аштондың «Дафнис һәм Хлоя» (1951), «Сильвия» (1952) һәм «Ундина»(1958) балеттарының премьераларында бейей. СССР-ға гастролдәре ваҡытында Мәскәү Ҙур театры сәхнәһендә ул һуңғы спектаклен бейей.

Нуреев менән дуэты

үҙгәртергә

1961 йылда, 42 йәшендә Марго Фонтейн 23 йәшлек Рудольф Нуреев менән осраша. Ул Лондонға Король академия бейеүе файҙаһына Марго ойошторған хәйриә концертына килә. Был осорға Марго инде артист карьераһын тамамларға уйлаһа ла, Рудольф менән осрашҡандан һуң улар бергәләп бейеп ҡарарға хәл итәләр. «Жизель» балетынан һуң көтөлмәгән уңышҡа ирешәләр: артистар тамашасыға баш эйергә сыҡҡанда әлегә булмағанса алҡыштарға күмеләләр. «Нуреевтың „өтөп алыр хис-тойғоло“ булыуы Фонтейндың әлегә ҡуҙғатылмаған ярһыу хистәр һәм орсоҡтай еңеллегенән тыуған сағыу сафлығына ҡапма-ҡаршы килеүе тыуҙырҙы был алҡыштарҙы» — тип яҙа уларҙың дуэты тураһында Диана Солуэй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә