Маргарет Шведская
Маргарет Дезире Виктория, миссис Амблер (швед. Prinsessan Margaretha Désirée Victoria Ambler, 31 октябрь 1934 йыл, Хага һарайы, Сольна, Стокгольм) — швед принцессаһы, принц Густав, герцог Вестерботтенский һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готскаяның оло ҡыҙы. Король Карл XVI Густавтың дүрт апаһының береһе.
Маргарет Шведская | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Margaretha Désirée Victoria of Sweden |
Титул | Швеция принцессаһы[d] һәм шаһбикә[d] |
Тыуған көнө | 31 октябрь 1934[1] (89 йәш) |
Тыуған урыны | Дворец Хага[d], Сольна[d], Стокгольм[d], Швеция |
Атаһы | Густав Адольф Оскар Фредерик Артур Эдмунд[d][1] |
Әсәһе | Сибилла Саксен-Кобург-Готская[d][1] |
Бер туғандары | Карл XVI Густав[d], Дезире Шведская, Кристина һәм Биргитта Шведская |
Хәләл ефете | Джон Амблер[d] |
Балалары | Sibylla Ambler[d][1], Charles Ambler[d][1] һәм James Ambler[d][1] |
Нәҫеле | Бернадоты[d] |
Һөнәр төрө | дипломат |
Уҡыу йорто | Franska Skolan[d] |
Префикс титула | Королевское высочество[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Маргарет Шведская Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПринцесса Маргарет Дезире Виктория Шведская 1934 йылдың 31 октябрендә тыуа, принц Густав, герцог Вестерботтенский һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готская ғаиләһендә тәүге бала була. Ғаиләлә бөтәһе биш бала тыуа: Маргарет (тыуғ. 1934), Биргитта (тыуғ. 1937), Дезире (тыуғ. 1938), Кристина (тыуғ. 1943) һәм оҙаҡ көтөп алынған вариҫ принц Карл (тыуғ. 1946) — 1973 йылдан Швеция короле. Бөтә принцессалар ҙа Хага Һарайында тыуа, һәм бала саҡтан уларҙы Хага принцессалары тип атайҙар. Маргарет ғаиләлә өлкән бала булыуға ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да швед тәхете вариҫы тип иҫәпләнелмәй, сөнки ул ваҡыттағы Конституция таж вариҫы булыу исемлегенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы индермәй.
Принцесса белемде Хага һарайында шәхси уҡытыусыларҙан ала, артабан Стокгольм теген мәктәбендә һәм Марта мәктәбендә уҡый. Принцессаға белем биреү менән уның инәһе Дания королеваһы Ингрид шәхсән шөғөлләнә[2].
Атаһы буйынса Дания королеваһы Маргрет II-нең ике туған һеңлеһе була.
1947 йылда олатаһы һәм ҡарт олатаһы иҫән саҡта Маргареттың атаһы авиация һәләкәтендә һәләк була. Уның вафатынан һуң 1950 йылда бөтә ғаилә Стокгольмдәге Король һарайына күсенә. Уҡытыусылар Маргареттең музыкаль һәләткә эйә булыуы хаҡында әйтәләр.
1958 йылдың башында ул пианист Роберт Дургас-Хьюмды осрата. Улар араһында мөхәббәт ялҡыны тоҡана, хатта йәрәшеүҙәре тураһында иғлан итергә лә йыйыналар. Әммә король ғаиләһе баҫымы аҫтында туй булмай. Һуңыраҡ Робин инглиз принцессаһы Елизавета II-нең һеңлеһе Маргаретҡа ла ғашиҡ була. 1968 йылда Робин үҙ-үҙенә ҡул һала.
1963 йылда принцесса икенсе бер инглизде Джон Амблерҙы осрата. 1964 йылдың февралендә улар никахлаша. Шул уҡ йылдың 30 июнендә Эланд утрауында улар өйләнешә. Был туй шәхси сара булып иҫәпләнә, һәм ҡоласы буйынса Стокгольмда[3] кейәүгә сыҡҡан һеңлеләренең туйҙарынан күпкә ҡайтыш була. Туйҙан һуң принцесса Маргарет «Уның Ғәли Йәнәптәре» тигән титулын юғалта һәм «Принцесса Маргарет, миссис Амблер» булараҡ таныла. Швеция короле һәм королеваһы туйға элек Маргареттың өләсәһе, Британия принцессаһы Маргарита Коннаутскаяныҡы[4] булған бриллиант тиара-таж бүләк итә. Ғаиләлә өс бала тыуа, улар швед тәхетенә вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булмай:
- Луиза Сибилла Амблер (1965) — әсәһенең өләсәһе хөрмәтенә шул исемде йөрөтә, барон Хеннинг фон Динкледҡа (тыуыуы — 1971) кейәүгә сыға, Мюнхенда йәшәйҙәр, балалары икәү. Ҡыҙҙары Мадлен Кронпринцесса Викторияның туйында кәләш әхирәттәренең береһе була;
- Эдвард Карл Амблер (1966) — Хелен Рросҡа өйләнә (тыуыуы — 1969), ике бала була;
- Джеймс Патрик Амблер (1967) — Урсула Мери Шипаға өйләнә (тыуыуы — 1965), балалары икәү.
1994 йылдан Маргарет һәм уның ире айырым йәшәй башлай[5], әммә бер ваҡытта ла айырылышмай[6]. Джон Амблер 2008 йылдың 31 майында вафат була.
Принцесса Лондондан алыҫ булмаған урында —Оксфордширҙа йәшәй. Йыл һайын Лондонда Швед Раштыуа баҙарын асыу — принцесса үткәргән берҙән-бер сара. Принцесса швед короле ғаиләһе сараларында ҡатнаша. Ул 2010 йылда Кронпринцесса Викторияның туйында, шулай уҡ 2013 йылда принцесса Мадлендың туйында, 2014 йылда уның ҡыҙы принцесса Леонорҙы суҡындырғанда, 2017 йылда принц Габриэлде суҡындырғанда ла була.
Шәжәрәһе
үҙгәртергәНаградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Lundy D. R. Margaretha Désirée Victoria Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
- ↑ Johannes kungliga porträttblogg
- ↑ Принцесса Маргарет, миссис Амблер
- ↑ Тиары принцесс Хага
- ↑ Trond Norén Isaksen: On this date: Princess Margaretha turns 75
- ↑ Expressen 16 September 2004
- ↑ Noblesse et Royautés King’s sisters attending Victoria’s wedding, 19/06/2010, Group photo [1]
- ↑ Ruby Jubilee in Sweden
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль на Geneall.net (нем.)
- Профиль на Thepeerage.com (инг.)
- Тиары Принцесс Хага
- Биография принцессы Маргарет (инг.)