Манжур (йыр)
«Манжур» (урыҫ. Маньчжурия) (башҡ. Манжур) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр).
«Манжур» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
Тарихы
үҙгәртергәИртә лә томан, ай, кис томан,
Томан ҡырауҙарҙы иретә.
Ҡушымта:
Эй, нужа килһә, тартып ала,
Илтеп Манжурға һала.
Бик ауыр хәл сит илдәрҙә,
Ил ташлауы биг(е)рәк ерһетә.
Ризыҡ менән, ай, тәҡдирҙәр
Ғәзиз башҡайҙарҙы йөрөтә.
Ҡушымта:
Менгән дә атым, ай, бәйләнем
Алмағасҡай төбө һалҡынға.
Ҡушымта:
Уф та тиһәм, йөрәгем яна
Күкрәгемдән сыҡҡан ялҡынға.
Магнит таҫмаһына 1961 йылда Куйбышев өлкәһе Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында йәшәгән Мәғрифә Йәрмөхәмәтованан яҙып алына. Нотаһын Камил Рәхимов яҙа — Ғилми архив, ф. 3, оп. 23/6, л. 40. Йырҙың тексы: Башҡорт халыҡ ижады, 1974 йыл, 147-се бит.
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәБашҡарыусының һүҙҙәренсә, «Манжур» йырын уның туғаны, 1905 йылғы урыҫ-япон һуғышында ҡатнашҡан Р. Йәрмөхәмәтов ижад иткән, ижадсының үҙен аҙаҡ «Япон» тип тә йөрөткәндәр. Йырҙың йөкмәткеһендә һалдаттарҙың ауыр тормошо һәм уларҙың тыуған илдәрен, тыуған ерҙәрен һағыныуы сағылыш тапҡан.
Характеристикаһы
үҙгәртергә«Манжур» йырының шиғыры 9—8 ижекле юлдарҙан тора. Ул ҡушымта менән башҡарыла. Оҙон һәм һәлмәк башҡарылған көйҙәргә ҡарай. Әммә йырлағанда темпты үҙгәртеүҙәр хас.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәКиләсәктә был тарихи йыр ҙа халыҡ йырын өҫтөн күргән йырсыларыбыҙ репертуарында урын алыр, тигән ышаныс бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.