Малая Черепаха йылғаһы
Малая Черепаха — бәләкәй йылға ,Таганрог ҡултығы аша Азов диңгеҙенә ҡоя.
Малая Черепаха | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Таганрог ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 47°13′52″ с. ш. 38°56′10″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Азов диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ростов өлкәһе |
Район | Таганрог |
РДҺР | 05010501012599000000060 |
{{{Исем}}} | |
---|---|
Бассейн | Азов диңгеҙе |
Йылға тураһында
үҙгәртергәМалая Черепаха йылға үҙәне шул исемдәге йырында урынлашҡан[1]. Йылғаның оҙонлоғо — 3 километр.[2]. Малая Черепаха йылғаһы Азов диңгеҙенә Таганрог күн заводы территорияһы аша ағып сығып диңгеҙгә ҡоя..
Йырындың күп өлөшө балсыҡ менән күмелгән, соҡор төбөндә ағым һыуҙар үткәреүсе коллектор ҡуйылған. Коллектор иҫке тимер юл вокзалы маневр юлдары районында урынлашҡан — бейеклеге яҡынса 2 метр, боронғо диңгеҙ ҡабырсаҡтарынан эшләнгән. Коллектор торбаһы диаметры айырым өлөшөндә 2 метрға тиклем етә.
Малая Черепаха йылғаһы үҙәне ләм менн ҡапланған, ярҙары йыуылған һәм көнкүреш суп-сары менән ҡапланған. Йылға төбөндәге ләм ҡатламының тәрәнлеге 4 метрға етә[3].
2005 йылда үткәрелгән һыу сифатын мониторлау мәғлүмәттәре буйынса йылға һыуы составында аммоний (ПДК 1,4 тиклем), нитриттар (ПДК 47,8 тиклем), фосфат (ПДК 1,7 тиклем), марганец (ПДК 6,3 тиклем), тимер (ПДК 2,4 тиклем), нефть продукттары (ПДК тиклем 3,2), никель (ПДК тиклем 2,3), ванадий (ПДК 18,9 тиклем), молибден (ПДК 8 тиклем) тапҡыр артыҡ булған. Шулай уҡ ундағы ләм дә ауыр металдар менән ныҡ бысранған.
Таганрогтың Малая Черепаха йылғаһы үҙәне территорияһында һыу һәм һаҙ баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар бар : Октябрь урамы, Социалистик урамы.
2015 йылдың февралендә Таганрог диңгеҙ приборҙары эшләү колледжы студенттары, студенттарҙың халыҡ-ара enactus программа проекттарында ҡатнашыусылар һәм кураторҙар Малая Черепаха йылғаһы үҙәнен таҙартыу инициативаһын күтәреп сығалар[4].
2015 йылда остов өлкәһе тәбиғәт министрлығы инициативаһы буйынса Таганрог № 2 профтехучилищеһы уҡыусылар өмә үткәрәләр һәм Малая Черепаха йылғаһы үҙәнен сүп-сарҙан таҙарталар. Өмә барышында 60 уҡыусы барлығы дүрт йөк машинаһы сүп-сар йыйып түккән.>Собств. корр. [1] // bloknot-taganrog.ru. — 2015. — 7 окт.</ref>.[5].
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Большая Черепаха (река)
Сығанағы
үҙгәртергә- ↑ Назаренко И. В. Скараманга Иван Амвросиевич // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 639.
- ↑ Постнов В. П., Никитин И. Е., Ясин В. Л. Генеральный план муниципального образования «Город Таганрог» 2017 йыл 2 март архивланған. // — 2013. — 11 февр.
- ↑ Об утверждении целевой программы мероприятий по оздоровлению окружающей среды города Таганрога на 2006—2008 гг. 2014 йыл 28 июль архивланған. // zakon.7law.info. — 2006. — 27 апр.
- ↑ Фридман А. Навалиться на черепаху // bogudonia.ru. — 2015. — 15 февр.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге расчистили русло реки Малая Черепаха 2016 йыл 16 август архивланған. // donland.ru. — 2015. — 7 окт.