Малахов ҡарағайлығы

Малахов бор — төбәк әһәмиәтендәге ландшафт ҡомартҡыһы, Вологда өлкәһенең Тарног районы биләмәһендә Кокшеньга һәм Тарнога йылғалары араһында урынлашҡан. Һәйкәлдең тәбиғи ҡиммәте ҡарағайлыҡта, пейзаж матурлығында һәм регламентланған рекреацион йөкләнеше мөмкинлектәренә ҡайтып ҡала. Уның территорияһында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар.

Малахов ҡарағайлығы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тарногский район[d]
Карта
 Малахов ҡарағайлығы Викимилектә

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

Дөйөм майҙаны 185 гектар булған "Малахов ҡарағайлығы" тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡиммәтле тәбиғәт объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеү буйынса саралар тураһында "16.08.1978-се һанлы Вологда өлкә халыҡ депутаттары советы ҡарарына ярашлы бүленә.

Вологда өлкәһенең 2009 йылдың 23.09.421-се ҡарары нигеҙендә Вологда өлкәһе Тарног муниципаль районының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында положение раҫлана

Урынлашыуы һәм геологияһы

үҙгәртергә

"Малахов ҡарағайлығы" тәбиғәт ҡомартҡыһы Малаховка, Тарног һәм Кокшеньга йылғалары араһында төҙөлгән ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ландшафт был ерҙә боҙлок ваҡытындағы һәм боҙлоҡтан һуңғы һыуҙарҙың киң эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә булдырылған. Урындағы һыу ятҡылыҡтарында һыу кимәле түбәнәйеү арҡаһында ҡомло тигеҙлектәр барлыҡҡа килгән, бындай урындарҙың береһендә ошо тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан

Тәбиғәт ҡомартҡыһы сиктәренә Тарног урмансылығының ике кварталы ҡарай: 23-сө квартал Кокшеньги йылғаһының һул ярында һәм уның тамағынан 2,5 км алыҫлыҡта Тарнога йылғаһы эргәһендәге 25-се квартал[1].

Ҡомартҡы территорияһы, тәбиғәтте һаҡлау сараларынан тыш, бик мөһим археологик ҡиммәткә эйә. Был урында белгестәр тарафынан боронғо кешеләрҙең тораҡтары артефакттары табылған.

 
Урман

Үҫемлектәр араһында нигеҙҙә юғары бонитетлы ҡарағайлыҡ өҫтөнлөк итә уларҙың өс төрө бар: йәшел мүкле, лишайниклы һәм һәм мүкле. Ағастарҙың йәше 100 һәм унан ашыуыраҡ.

Урындағы флора яҡынса 70 төрө үҫемлектәрҙән ғибәрәт, 16 төрө уларҙың мүк һәм лишайниктарға ҡарай. Вологда өлкәһе өсөн һирәк осрай торған үҫемлектәр төрө: ятүлән, көкөрт үләне, Вологда өлкәһенең Ҡыҙыл китабынан — сатырлы ҡышһөйәр[2].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы бурысы булып яҫы һәм тулҡынлы, диңгеҙ һәм күл-боҙ тигеҙлектәре Түбән Сухон ландшафт районының биогеокомплекстарын һаҡлап алып ҡалыу, шулай уҡ юғары бионетлы ҡарағайлыҡты һәм флораның һирәк вәкилдәренең урынлашыуын һаҡлау тора[3].

Кеше эшмәкәрлеге Малахов ҡарағайлығының экологик мөхитенә кире йоғонто яһай. Урындағы йәмәғәтселәрҙең һәм экологтарҙың башланғысы арҡаһында территорияларҙы, урманды сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экология акциялары даими үткәрелеп тора[4].

Ҡомартҡыны һаҡлау Вологда өлкәһенең тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау департаментын тормошҡа ашыра.

Документтары

үҙгәртергә

Ростановление Правительства Вологодской области от 23.09.2009 г. № 1421 г. Вологда. «Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях областного значения Тарногского муниципального района Вологодской области".

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. dummy. COM_MTREE_OPENGRAPH_TITLE_VIEWLINK (рус.). Дата обращения: 12 декабрь 2020. 2020 йыл 11 ғинуар архивланған.
  2. Урочище Малахов бор | ООПТ России. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  3. Урочище Малахов бор | ООПТ России. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  4. Памятник природы «Малахов бор», расположенный в Тарногском районе, стал чище. Дата обращения: 12 декабрь 2020.