Максимов йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Максимов йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Росто, Станиславский урамы, 60 | ||
Архитектура стиле | классицизм | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1867 йыл | ||
Статус |
| ||
Максимов йорто Викимилектә |
Максимов йорт (Ҡала идаралығы бинаһы) — Дондағы Ростов ҡалаһында XIX быуат уртаһында[1] төҙөлгән бина. Был ҡалалағы иң боронғо, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған таш биналарҙың береһе. Йорттоң беренсе хужаһы сауҙагәр П. Р. Максимов[1]. Максимов йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2] статусына эйә.
Тарихы
үҙгәртергә1867 йылда Дондағы Ростовтың Иҫке (Баҙар) майҙанында ике ҡатлы таш табыш йорто төҙөлә[3]. Ул иген менән сауҙа итеүсе, тирмән тотҡан П. Р. Румянцев милеге була. Ҡайһы бер фараздарға ярашлы, бина проекты авторы Трофим Шаржинский[1]. 1868 йылда Максимов йортонда яңы йәмәғәт урындары бинаһы асыла, ҡала думаһы, мещан һәм сауҙагәрҙәр идаралыҡтары[3] шунда күсә. Ҡала думаһы Максимова йортонда 1899 йылға тиклем, уның өсөн Оло баҡса урамында[3] яңы бина төҙөгәнгә тиклем була.
Максимов йортонда ҡала думаһынан башҡа төрлө ваҡытта төрлө учреждениелар урынлаша: М. Л. Левкованың ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы, сауҙагәрҙәр старостаһы канцелярияһы, фабрика-завод белем биреү мәктәбе, спорт мәктәбе, проект институттары. Максимов йортонда шулай уҡ бик күп сауҙа кибеттәре[1] эшләй.
2000-се йылдарҙа йорт бер нисә хужа алмаштыра, унда төрлө магазиндар һәм офистар урынлаша. Шул уҡ осорҙа Максимов йортоноң һаҡлау статусына ҡарата бәхәстәр башлана. 2006 йылдың апрелендә Дондағы Ростовтың Ленин район суды Максимов йортон мәҙәни мираҫ объекттары статусынан мәхрүм[4] итә. Артабан прокуратура был ҡарарҙы кире ҡағырға тырыша. Максимов йорто реконструкциялауға һәм ҡайтанан планлаштырыуға дусар булған[5]. 2006 йылда бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[6], ләкин уны 2011 йылда фасадты ремонтлау барышында алына[5].
Архитектураһы
үҙгәртергәБина Станиславский урамы менән Семашко тыҡрығы киҫешкән урында урынлашҡан. Төп фасады Пресвятая Богородица Раштыуаһы соборына[1] ҡарай. Бина һуңғы классицизм стилендә төҙөлгән. Беренсе һәм икенсе ҡаттың тәҙрә уйымдары ярым түңәрәк менән тамамлана. Аркалы билбаулы кәрниз фасад биҙәлешен тамамлай. Төп фасадтың үҙәк өлөшө ҙур булмаған аркалы тәҙрәләр рәте булған сарлаҡ менән иғтибарҙы йәлеп итеп тора[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 39—40. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 сентябрь 2013.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Думские адреса и почти всё о доме Максимова . rostovbereg.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2013.
- ↑ Беспамятство в законе . Новая газета на Дону (16 апрель 2006). Дата обращения: 8 октябрь 2013.
- ↑ 5,0 5,1 Олег Петрушин. Дом Максимова низложили . rostov-dom.info (21 апрель 2011). Дата обращения: 8 октябрь 2013.
- ↑ Сергей Петрович Дом Максимова — гордость Ростова или его пасынок? // Ростов Официальный. — 2007. — № 38 (669).