Максимова Галина Васильевна
Максимова Галина Васильевна (1948 йыл) ― СССР һәм Рәсәй ғалим-иҡтисадсыһы, профессор, Көнсығыш Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит буйынса беренсе иҡтсиад фәндәре докторы[1]
Максимова Галина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 февраль 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Чита өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
160-тан ашыу баҫма эше, шул иҫәптән 9 монография, 2 дәреслек һәм 16 уҡыу әсбаптары авторы[2]
Биографияһы
үҙгәртергәМаксимова Галина Васильевна 1948 йылдың 23 февралендә Чита өлкәһенең Чингильтуй ҡасабаһында кадр офицеры ғаиләһендә тыуған.
Өс йәшендә полиомиелит менән ауырыған, күп йылдар Монголия, Ҡытай һәм Ҡырымда дауаланған. 1966 йылда Иркутск ҡалаһында 11 -се урта мәктәпте тамамлай һәм Иркутск халыҡ хужалығы институтының (хәҙер Байкал дәүләт университеты) финанс-иҡтисади факультетына уҡырға инә, уны 1970 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлап, бухгалтер-иҡтисадсы квалификацияһын ала[2]. Юғары уҡыу йортонда хужалыҡ эшмәкәрлегенең бухгалтер иҫәбе һәм анализлау кафедраһында эшләүен дауам итә. Өс йылдан һуң Мәскәү финанс-иҡтисади институтына (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты) квалификацияһын күтәреүгә ебәрелә.
Курстарҙы тамамлап, үҙ белемен Ленинград иҡтисади-финанс институтында (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты) аспирантурала дауам итә, унда иҡтисад фәндәре докторы Э.К.Гильде етәкселеге аҫтында «Совершенствование учёта затрат на производство и калькулирования себестоимости продукции химической промышленности (на примере производства каустической соды)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Ленинградҡа ҡайтып, Галина Максимова Иркутск халыҡ хужалығы институтында туған кафедраһында эшләүен дауам итә. 1985 йылда юғары уҡыу йортонда ревизия һәм контроль кафедраһы ойошторола, уның эшендә Максимова ла ҡатнаша. Г. В. Максимова күп кенә фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, Болгария, Вильнюс, Таллин, Түбәнге Новгородта, Дондағы Ростов, Мәскәүҙә үҙенең тикшеренеү һөҙөмтәләре менән сығыш яһай. Тупланған ғәмәли тәжрибәһе Максимоваға Иркутск өлкәһе буйынса Контроль-ревизия идаралығы практигы Г.А.Соловьев һәм инициаторҙар төркөмө менән бергә 1987 йылда аудиторҙарҙы әҙерләү үҙәге ойоштора, ул һуңғараҡ профессиональ бухгалтерҙарҙы һәм аудиторҙарҙы әҙерләү буйынса уҡытыу-методик бүлектәрҙең селтәренә йәйелдерелә.
1999 йылда «Методология организации внутреннего контроля в управлении хозяйствующим субъектом» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]. Ғилми профессор дәрәжәһе алғандан һуң, 2002 йылдан Г. В. Максимова Байкал дәүләт университетының бухгалтер иҫәбе һәм аудит кафедраһына етәкселек итә (2002 йылдан алып 2012 йылға тиклем). Ғилми эшмәкәрлегенән тыш, ғилми кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш алып бара, уның етәкселегендә иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә ете диссертаци яҡлана; Байкал дәүләт университеты һәм иҡтисад һәм идара итеүҙең Новосибирск дәүләт университеты эргәһендә ике докторлыҡ диссертация советының ағзаһы булып тора.
Г. А. Максимова «Знание» йәмғиәте ағзһы, профессиональ бухгалтерҙарҙың Иркутск территориаль институты вице-президенты, ул сығарған «Вестник ИТИПБ» баҫма матбуғаттың баш мөхәррире. Емешле эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй профессиональ бухгалтерҙары Институтының юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Уның бүләктәре араһында — «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2004) һәм «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре» (2000). Иркутск өлкәһе губернаторының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2000), Байкал дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университетының атҡаҙанған профессоры (2012).[2]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Слободняк И. А., Максимова Г. В., Алганаева М. П. «Иркутская бухгалтерская школа: от истоков до наших дней», Известия Иркутской государственной экономической академии, 2015.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- МАКСИМОВА Галина Васильевна 2021 йыл 2 май архивланған.
- Максимова Галина Васильевна 2021 йыл 2 май архивланған.