Макрушина Татьяна Владимировна
Макрушина Татьяна Владимировна (9 сентябрь 1961 йыл) — театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). «Театр без границ» халыҡ- ара фестивале (Магнитогорск ҡалаһы, 1997) лауреаты.
Татьяна Владимировна Макрушина | |
Тыуған ваҡыты: |
9 сентябрь 1961 (63 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ишембай, БАССР |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1983- |
Театр: |
Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры |
Наградалары: |
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Владимировна Макрушина 1961 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Атаһы Владимир Александрович заводта токарь, әсәһе Капитолина Константиновна фабрикала хисапсы булып эшләй.
Мәктәп йәшендә Ишембай ҡалаһының халыҡ театрында шөғөлләнгән (уҡытыусылары О. Я. Колос һәм В. В. Цикунов)
Татьяна Владимировна 1983 йылда Өфө сәнғәт институтын (педагогы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре П. Р. Мельниченко) тамамлай һәм Рус драма театрында эшләй башлай. Характерлы артист амплуаһына эйә.
Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёр оҫталығы уҡытыусыһы.
Ғаиләһе: ире Рөстәм Нәбиев — иҡтисадсы, улы Динислам Нәбиев — Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Фьорелла («Моя профессия — сеньор из общества», Скарначчи, Тарабузи)
- Кәләш («Туй», А. П. Чехов)
- Ольга («Иҫке йорттағы биш романс», В. Арро)
- Лариса («Эшелон», Рощин)
- Тоня Андреевская («По 206-й», В. Белов)
- Наташа («Колея», В. Арро)
- Блондинка («Ах, Невский!..», А. Поламишев, Н. В. Гоголдең «Петербург повестары» буйынса)
- Марья («Эффект Редькина», А. Козловский)
- Флоранс («Ловушка для одного человека», Р. Тома)
- Тамара («Колыма», И. Дворецкий)
- Клеопатра Максимовна («Самоубийца», Н. Эрдмана)
- Ира («Три девушки в голубом», Л. Петрушевская)
- Марианна («Тартюф», Ж.-Б. Мольер)
- Искра Полякова («Завтра была война», Б. Васильев)
- Таня («Матросская тишина», А Галич)
- Донья Анхела («Ревнивая к себе самой», Тирсо де Молина)
- Поликсена («Наливные яблочки», А. Н. Островский)
- Белоснежка («Белоснежка һәм ете гном»)
- Олимпиада Самсоновна («Свои люди — сочтёмся», А. Н. Островский)
- Мадам Соколова («Последние», М. Горький)
- Әсә, Ҡатын («Могущество мух», Л. Сальвэр)
- Аркадина («Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов)
- Эстер Саломон («Эквус», П. Шеффер)
- Агафья Тихоновна («Петербургские квартиры», Ф. Кони)
- Настя («Трагедии первого этажа», В. Зверовщиков)
- Вера («Приходи и уводи», Н. Птушкина)
- Миссис Отис («Кентервильское привидение»)
- Марья Осиповна Преполовенская («Тварь», В. Семеновский, Ф. Сологубтың «Мелкий бес» романы буйынса)
- Касатка («Касатка», А. Н. Толстой)
- Евгения («Ыласындар һәм ҡарғалар», Сумбатов-Южин)
- Лиза («В пробке…», К. Драгунская)
- Елизавета Английская («Ваша сестра и пленница…», Л. Разумовская)
- Миссис Уэбб («Беҙҙең ҡала», Т. Уайлдер)
- Нэнси Валлоне («Перебор», Х Бергер)
- Эмма («Женщина без тела», М. Матишич)
- Наталья Ивановна («рус ҡайнатмаһы», Л Улицкая)
- Сәнғәт белгесе («К звездам», Н. Мошина)
- Нателла Абашвили, Анико («Кавказский меловой круг», Б. Брехт)
- Ольга Морозова («Экспонаты», В. Дурненков)
- Чебоксарова Надежда Антоновна («Бешенные деньги», А. Н. Островский)
- Екатерина Икенсе («Мөхәббәт — алтын китап»)
- Галя («Сикһеҙ апрель», Я. Пулинович)
- Анечка Прокопович («Заговор чувств», Ю Олеша).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
- «Театр без границ» халыҡ-ара фестивалендә (Магнитогорск, 1997) иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн («Ваша сестра и пленница» спектаклендәге Елизавета Английская) (1996-97 йыл миҙгелдәре) Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы лауреаты;
- «Театр яҙы» Республика фестивалендә (Стәрлетамаҡ, 1997) иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн («Ваша сестра и пленница» спектаклендәге Елизавета Английская) приз;
- «Матбуғат-2003» (Өфө) рейтингы буйынса «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Нателла Абашвили һәм Анико «Кавказский меловой круг» спектаклендә);
- «Матбуғат-2005» (Өфө) рейтингы буйынса «икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» («Тварь» спектаклендә Преполовенская);
- «Матбуғат-2008» (Өфө) рейтингы буйынса «иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» («Женщина без тела») спектаклендәге Эмма);
- «Матбуғат-2009» (Өфө) рейтингы буйынса «Мэтр» номинацияһында приз («Русское варенье» спектаклендәге Наталья Ивановна роле өсөн).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Макрушина Татьяна Владимировна. Башҡортостан Энциклопедияһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Макрушина Татьяна Владимировна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2019)
- http://ufa.bezformata.ru/listnews/polosatij-rejs-tatyani-makrushinoj/1276335/ 2012 йыл 25 июнь архивланған.
- http://rampa-rb.ru/?heroes=tatyana-makrushina 2016 йыл 5 март архивланған.
- http://www.rusdram.ru/?typ=truppa&item_id=12&aid=37
- http://www.journal-ufa.ru/index.php?num=46&id=210