Македон милли кейеме
Македон милли кейеме (макед. македонска народна ноcuja) — македон халҡының быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән традицион өҫ һәм аяҡ кейеме һәм аксессуарҙар комплексы. Македондарҙа, бигерәк тә Төньяҡ Македонияның көнбайыш өлөшөндә башҡа көньяҡ славян халыҡтарына ҡарағанда халыҡ кейемдәренең боронғо формалары яҡшыраҡ һаҡланған[1].
Македон милли кейеме | |
Македон милли кейеме Викимилектә |
Ҡатын-ҡыҙҙар костюмы
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙ кейеменең нигеҙе туника формаһында киҫелгән оҙон күлдәктән (макед. кошуља, риза) тора. Полог районында был күлдәк тар ғына, ә бына Скопье һәм Куманов райондарында бик киң була һәм клиндарға бүлеп тә тегелә. Күлдәккә ултырма яға тегеп ҡуйыла. Күлдәктең өҫкө яғы сигелә, сигеү төҫө, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҙыл төҫтә, ә Скопье һәм Куманов райондарында ҡара һәм ҡара-күк төҫтәрҙе өҫтөн күрәләр.
Күлдәк өҫтөнән македонлылар ярым оҙон йәки ҡыҫҡа буҫтау кейем кейә, был кейем сая, ҡыҫҡа еңлеһе гунъа, ә еңһеҙе клашник тип атала.
Жилетты (макед. елек) урыны-урыны менән генә кейәләр. Сағыу төҫтөр ҡушып сигелгән алъяпҡыс мотлаҡ кейелә, һәм уға Македония сигеүҙәре һалына. Костюм йөн туҡыманан тегелгән билбау менән бәйләнә. Баш кейеме итеп, ҡағиҙә булараҡ, башҡа ирекле итеп бәйләнгән яулыҡ ҡулланыла. Яулыҡ аҫтынан йыш ҡына түңәрәк башлыҡ (фес) кейәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың аяҡтарына иләнмәгән тиренән опинкалар (макед. опинци. опинци) һәм төҫлө йөн ойоҡ кейәләр.
Ир-егеттәр костюмы
үҙгәртергәМакедон ир-егеттәренең кейеме, ҡағиҙә булараҡ, аҡ төҫтә була, әммә һуңғы ваҡыт әкренләп ҡара кейем популяр булып китә. Ир-егеттәр ғәҙәттә аҡ күлдәк (макед. кошула, кошуља) кейә, уның яғаһы һәм еңдәре сигелә, уның өҫтөнән аҡ буҫтау кафтан (макед. долама), һуңыраҡ уның урынына ҡыҫҡараҡ джемадан кейә башлайҙар.
Һәр бер районда төрлө төҫтәге салбарҙар төрлөсә беселгән була, ә һуңыраҡ төҫө буйынса ла айырыла башлай: Битольск, Дебрск һәм Скопско-Куманов райондарында ҡара йәки аҡ төҫтәге оҙон һәм тар балаҡлы салбар кейһәләр, мияктарҙа аҡ, әммә иркен итеп тегелгән салбарға өҫтөнлөк бирелә, Гевгелиҙа ҡара, киң салбар модала.
XX быуат уртаһында ябайлаштырылған формалағы традицион костюм ауыл ерендә киң таралыу ала[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Народы зарубежной Европы, 1964, с. 473
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Народы зарубежной Европы. Этнографические очерки. В 2-х т. — М.: Наука, 1964. — Т. 1. — 999 с.