Маймыл йылы

Мөсәл
Викидатала элемент тултырылмаған

Маймыл йылы - мөсәлдең Ҡуй йылынан һуң, Тауыҡ йылынан алда килә торған туғыҙынсы йылы[1]

Рәсәй Банкыһы монетаһы (Ай календары серияһы)

Мөсәл - бик күп Азия илдәрендә, төрки халыҡтарҙың байтағында, монголдарҙа файҙаланылған 12 йыллыҡ цикллы календарь. Һәр йылға бер хайуан исеме бирелгән (Аждаһанан башҡа) һәм ул 12 йылға бер ҡабатланып та тора. Григориан календары буйынса Маймыл йылы 1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016 йылдарға тура килгән. Киләһе Маймыл йылы 2028 йылда буласаҡ.

Ҡайһы бер халыҡтарҙа Бесәй йылы тип тә атала.

Ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә

Башҡорттар Ислам ҡабул иткәс, Ай календарын файҙаланыуға күскән, әммә мөсәл менән дә файҙаланған. Халҡыбыҙ быуаттар дауамындағы һауа торошон, уңыш алыуҙы күҙәтеп, йылдың нисек килерен алдан билдәләгән, әммә Азия илдәренән айырмалы, йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән.

Һынамыш
  • Маймыл йылы — ҡытлыҡ [2]
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
  • Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
  • Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
  • Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
  • Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 780-се бит.
  2. Народный календарь [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә