Майлы япраҡ — (лат. Pinguícula), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Майлы япраҡ
Pinguicula vulgaris
Майлы япраҡ
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pinguicula L., 1753


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:9414
IPNI  ???

Таралышы үҙгәртергә

Яҡынса 35 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм Үҙәк һәм Көньяҡ Америка тауҙарында (шул иҫәптән, Утлы Ерҙә) таралған. Башҡортостанда ябай майлы япраҡ үҫә.

Гигрофит, торфлы күрәнле-гипналы, һирәгерәк күрәнле-сфагнумлы карбонатлы һаҙлыҡтарҙа үҫә. Башҡортостан Республикаһында 5 һаҙлыҡта — Салауат районында Арҡауыл, Ҡарағол, Суҡтал, Ҡыйғы районында Озёрский, Дыуан районында Светлый күле һаҙлыҡтарында осрай.

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Күп йыллыҡ йыртҡыс үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 8—12 см. Япрағы (оҙонлоғо 2—4 см, киңлеге 0,6—2 см) ябай, тығыҙ тамыр яны розеткаһында, горизонталь рәүештә йәйелгән, оҙонса-эллипс формаһында, тупаҡ, төбөнә табан тарайған, өҫкө пластинкаһы асыҡ йәшел төҫтә, биҙле-йәбешкәк. Сәскә уғы яңғыҙ (һирәкләп 2—3), йәшенең бик ваҡ биҙле төктәре бар (сәскә атҡандан һуң юҡҡа сығалар). Сәскәһе яңғыҙ, өҫкө, һалынҡы, ике иренле. Касаһы өсмөйөш айырсалы, емешендә ҡала, тажы күкһел шәмәхә төҫөндә, нескә беҙ рәүешле оҙонайған ҡыуыш үҫентеле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — шарға оҡшаған ҡумта, 2 ҡапҡас менән асыла, август—сентябрҙә өлгөрә. Бөжәк ашаусы үҫемлек.

Составы үҙгәртергә

Составында органик кислоталар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Былар ҡыҙыҡлы үҙгәртергә

  • Һыйыр уны ашаһа, һөтө тәмһеҙләнә һәм ҡуйыра.

Башҡортостанда үҙгәртергә

Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә