Мазунин мәҙәниәте

Мазунин мәҙәниәте — Ҡама йылғаһының урта ағымындағы,  Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымындағы III—V быуаттар археологик мәҙәниәте. Мазунин ҡәберлеге исеменән алынған. Көньяҡ  Удмуртиялағы ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу нигеҙендә 1950 йылдарҙа В. Ф. Генинг тарафынан билдәләнгән.

Мазунин мәҙәниәте
тимер быуат

Мазунин мәҙәниәте ҡатын-ҡыҙ костюмы реконструкцияһы. Турай II ҡәберлеге. ТРММ экспозицияһы.
Урынлашыуы

Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел йылғаһы буйы

Дәүере

III—V бб.

Этник составы

фин-уғыр халыҡтары

Дауамсылар:
Пьяный Бор мәҙәниәте
Ҡара Абыҙ мәҙәниәте
Бахмут мәҙәниәте

Мазунин мәҙәниәте урындағы  пьяноборский археологик мәҙәниәтенең  дауам итеүсеһе.

Мазунин мәҙәниәте һәйкәлдәренең ике - ҡама һәм ағиҙел - төркөмө билдәләнә.  VI—VII быуаттарҙа ағиҙел варианты нигеҙендә бахмутин мәҙәниәте барлыҡҡа килгән.

Тикшеренеүселәр мазунин мәҙәниәте халҡының фин-уғыр сығышлы булыуын билдәләй.