Магдебург ярымшарҙары

Магдебург ярымшарҙары — һауа баҫымы көсөн һәм үҙе уйлап тапҡан һауа насосы менән таныштырыу өсөн немец физигы Отто фон Герикеның эксперименты. Был экспериментта диаметры 14 дюйм (35,5 см), эсе буш, бер-береһенә тығыҙ итеп япмалы ике баҡыр ярымшарҙар файҙаланыла. 1654 йылда Герике император Фердинанд III ҡатнашлығында рейхстагта күрһәтә. Сфера эсенән һауаны һурып алғас, 16 ат (8-әр ат тике яҡтан) ярымшарҙарҙы айырып ала алмай.

«Магдебург ярымшарҙары». Гаспар Шотт рәсеме
Магдебург ярымшарҙары, 1870 й.

1656 йылда Герике экспериментын Магдебургта, 1663 йылда Берлинда 24 ат менән күрһәтә.

Был ярымшарҙар Мюнхенда Немец музейында (нем. Deutsches Museum) һаҡлана.