Ляхмаер табыш йорто
Ляхмаер табыш йорто — Дондағы Ростовтың төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ йорто]][1] Ульянов урамы, 60/1 менән Ворошилов проспекты мөйөшөндә урынлашҡан[2]. Ростов өлкәһе администрацияһының 09.10.1998 йылдың 411-се ҡарары нигеҙендә закон менән һаҡлана. 20.12.2016 йыл, 488-се ҡарар нигеҙендә һәйкәл биләмәләренең сиктәре лә раҫланған[3].
Иҫтәлекле урын | |
Ляхмаер табыш йорто
| |
XIX быуатта төҙөлгән бина XIX быуатта төҙөлгән бина | |
Ил | Рәсәй |
Адрес | Дондағы Ростов, Ульянов урамы, 60/1, Ворошилов проспекты, 11 |
Статус | төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ һәйкәле |
Ляхмаер табыш йорто Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәЙорт ҡаланың тарихи өлөшөндә, үҙәктә урынлашҡан. Билдәле булғанса, XIX быуат аҙағында ул төҙөлгән булған, сөнки 1899 йылдың ғинуар айында Екатерина Петровна Ляхмаер уны һәм тағы бер участокты һатып ала. Уларҙың дөйөм майҙаны 940 квадрат метр тәшкил иткән. Ер участогында ул дүрт ҡатлы йорт һалдыра. Уның адресы: Канкринская, 70/9, Оло тыҡрыҡ. 1900 йылдың июлендә санитария комитеты Ляхмаер йорто ҡаланың санитар -эпидемиология хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс менән янай тип таба һәм был йорттағы барлыҡ фатирҙарҙа йәшәгән кешеләрҙе икенсе йорттағы фатирҙарға күсерергә ҡуша. Кешеләр күсенмәй был бинала ҡалалар һәм йорт тирәһен сүп-сарҙан таҙарталар. Шулай ҙа хужабикә 15 һум штрафҡа тарттырыла һәм сүп-сар таҙалау өсөн 40 һум аҡса сарыф итә. Йорт йылына 1030 һум табыш килтергән. 1907 йылдың апрель айында Екатерина Ляхмаерҙың ышаныслы кешеһе юрист Черников йортто 30 мең һумға алпауыт ҡатын Анна Ященковаға һата. Ященкова үҙ сиратында был йортто адвокат Черниковҡа һәм сауҙагәр Токаревҡа залогҡа(аманатҡа) бирә. Билдәле булғанса, 1910 йылдан йорт хужаһы — юрист Черников була[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Монументальное искусство и памятники истории и архитектуры на региональном уровне
- ↑ [http://voopiik-don.ru/main/2009-06-01-10-22-43/54-2009-06-01-07-09-56/1310--282-30042010?start=2 Памятники Дона.
- ↑ Постановление об утверджении границ территории объекта культурного наследия регионального значения "Доходный дом Е. 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Имение, где чистоту наводили городские власти 2017 йыл 12 февраль архивланған.