Лямблиоз
Лямблиоз — кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу; эсәк лямблийы йоғоуҙан килгән бер күҙәнәкле микроскопик хайуан[1].
Лямблиоз | |
| |
МКБ-10 |
A07.1 |
---|---|
МКБ-9 |
007.1 |
DiseasesDB |
5213 |
MedlinePlus |
000288 |
eMedicine | |
MeSH |
D005873 |
Лямблиоз Викимилектә | |
Тыуҙырыусы — иң ябайҙарҙың Lamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл менән йоға (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.). Инкубация осоро 10—15 көн.
Төп симптомдары
үҙгәртергәМетеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы, дуоденит, энтерит һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үт бүлеп сығарыу юлдарының шешеүе, мальабсорбция синдромы. Диагностикалауҙа клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз.
Профилактика
үҙгәртергәАуырыуҙарҙы һәм циста йөрөтөүселәрҙе иртәрәк асыҡлап дауалау, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, тирә‑яҡ мөхит объекттарын санитарлы һаҡлау.
Тикшеренеүҙәр
үҙгәртергәЛямблиоз проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: ашҡаҙан‑эсәк юлы ағзалары ауырыуҙары булған балаларҙа лямблиоз клиник‑лаборатория үҙенсәлектәре өйрәнелә (Р.Ә.Әхмәтова), балаларҙа лямблиоз инвазияһы булғанда, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының хроник үҙенсәлектәре тикшерелә (Г.Т.Туперцева).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Популярная медицинская энциклопедия. М.: «Советская энциклопедия», 1979.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
- Лямблиоз у детей 2014 йыл 13 октябрь архивланған.
Лямблиоз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.