Люнебург һыу һурҙырыу манараһы

Люнебургта яңы һыу һурҙырыу манараһы төҙөү тураһындағы ҡарарҙы 1904 йылдың 10 ноябрендә ҡала советы ҡабул иткән

Заманса яңы һыу үткәргестәр системаһына мохтажлыҡ кисергән Люнебургта яңы һыу һурҙырыу манараһы төҙөү тураһында ҡарарын 1904 йылдың 10 ноябрендә ҡала советы ҡабул иткән. Манараның эскизын ҡаланың XV быуаттағы Штендаль ҡала ҡапҡаһы Uenglinger Tor образы буйынса баш архитектор Ричард Кампф эшләгән. Манараны проектлау һәм төҙөү менән Франц Крюгер етәкселек иткән.

Люнебург һыу һурҙырыу манараһы
Нигеҙләү датаһы 1907
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Люнебург[d]
Мираҫ статусы architectural heritage monument in Lower Saxony[d][1]
Бейеклеге/буйы 55 метр
Адрес Bei der Ratsmühle 19[1]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Wasserturm Lüneburg[d]
Карта
 Люнебург һыу һурҙырыу манараһы Викимилектә

Һыу һурҙырыу манараһын төҙөү өсөн урын ҡаланың урта быуат нығытмалары емереклектәренән таҙартылған боронғо көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге майҙансығында һайланған. Ҡыҙыл кирбестән эшләнгән манара бина стенаһының түбәнге ҡалын өлөшө планында 18 квадрат метр һәм цилиндр өлөшөндә 38 метр тәшкил итә. Ун алты һурғыс колонна бағана 500 тонна күләмендәге һыу һыйҙырышлы ҡорос резервуарҙы. тотоп тора. Әлеге ваҡытҡа тиклем һыу һурҙырыу манараһы Люнебург ҡалаһының сиркәүгә мөнәсәбәте булмаған иң бейек ҡоролмаһы булып ҡала. Тешле парапет менән сикләнгән манара ҡыйығы баштан уҡ күҙәтеү террасаһы һымаҡ эшләнгән.

1907 йылдың 12 ноябрендә һыу һурҙырыу манараһы сафҡа индерелгән. Әммә 1913 йылға уҡ инде цистерна күләме етмәй башлаған, ҡала халҡы төшкөгә тиклем һыуҙы файҙаланып бөткән. Резервуар һыйҙырышы кәм тигәндә бер тапҡыр артҡан. 1986 йылдың йәйендә һыу һурҙырыу манараһы сафтан сығарылған, торба үткәргестәрҙе һүткәндәр. Һәм планлаштырылған манара бинаһын һүтергә уйлайҙар хатта, әммә баштараҡ аҡса таба алмағандар, ә һуңғараҡ был бинаның әҙер иҫтәлекле урын икәнен аңлағандар һәм архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан иткәндәр. 2000 йылда Һанноверҙа үткән Бөтә донъя күргәҙмәһен әҙерләү сиктәрендә манараны ер йүнәтәләр ремонт, ә 2000 йылдың июненән ул мәҙәни биләмә һәм күҙәтеү майҙансығы булараҡ эшләй.

Манараның түбәнге ҡатында күргәҙмәләр, камера концерттары үткәрелә, туйҙар байрам ителә. Цилиндр өлөшөндәге биналарҙа тарихи өй йыһаздары мебель күрһәтелә. Һыу үткәргескә һәм эсәр һыуға бағышланған экспозицияны ҡарау маҡсатында алтынсы ҡатҡа лифт менән күтәрелергә мөмкин. баҫҡысҡа унан егерме, Элекке резервуар аша үткән егерме бормалы баҫҡыс ганзей ҡалаһы Люнебург һәм уның тирә-яғы панорамаһы асылған күҙәтеү майҙансығына алып килә. Һауа торошо яҡшы булғанда, унан хатта Гамбург та яҡшы күренә.

  • Werner H. Preuss. Der Wasserturm. Quadrat, Magazin für das Leben in Lüneburg, № 10, октябрь 2011 г., стр. 14-17.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://denkmalatlas.niedersachsen.de/viewer/metadata/30665592 / под ред. Niedersächsisches Landesamt für Denkmalpflege