Лысогорка (тәбиғәт һәйкәле)

Лысогорка — Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ростов өлкәһе өлкәһе Куйбышев районы Лысогорка ауылы янында урынлашҡан. Лысогорка ауылы янындағы аҡбур тауына тәбиғәт һәйкәле статусы Ростов өлкә Хөкүмәте 418-се Ҡарары (19.10.2006 йыл) нигеҙендә бирелгән.

Лысогорка
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты2006
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы 
Урынлашыуы
РФ субъектыРостов өлкәһе
 Лысогорка Викимилектә
Йөнтәҫ япраҡлы ҡылған
Дон оносмаһы

Лысогорка көньяҡ рус ксерофиттарының көньяҡтағы форпостына — тауҙа бейек температураларға һәм оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡҡа түҙә торған үҫемлектәр йәшәгән урынға ҡарай. Аҡбур субстраттары менән бәйле ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм тәпәш буйлы ярым ҡыуаҡтар бында төп урынды алып тора. Бындағы күп кенә үҫемлектәр Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән, шул иҫәптән: ковыль опушеннолистный, полынь солянковидная, василек русский, оносма донская, бурачок голоножковый, двурядник меловой, рогачка меловая, терескен хохолковый .

Ростов өлкәһе территорияһы геология үткәне буйынса тирә-яҡтағы ерҙән күтәрелеп торған йыйырсыҡлы тау һырты булған. Тәбиғи көстәр йоғонтоһонда тау әкренләп емерелгән, уның күтәренке һәм түбәндә торған ерҙәре диңгеҙ менән ҡапланған саҡта ултырма тау тоҡомдары ҡатламы барлыҡҡа килгән. Бындай ҡатламдар уртаса карбон (311 млн йылдар элек), альб ҡатламы (103 млн йылдар элек) һәм Неоген осороноң Бурдигаль ҡатламындарында (18 млн йылдар элек) үҙ эҙҙәрен ҡалдырғандар. Был ваҡытта Лысогорка территорияһында йылы һай диңгеҙ торған.

Кайнозой эраһының дүртенсел осоронда боҙ ҡатламы хәҙерге Ростов өлкәһе территорияһына килеп етмәгән. Боҙлоҡ ирегәс, уның һыуҙары был территорияға эркелеп ингән һәм ерҙе йыуып, тау ултырмаларын яһаған һәм ер рельефын барлыҡҡа килтергән.

Күп кенә тауҙа һәм уның нигеҙе янында үҫкән үҫемлектәр, Ростов өлкәһе Ҡыҙыл китабына индерелгән : ковыль опушеннолистный, полынь солянковидная, василек русский, оносма донская, бурачок голоножковый, двурядник меловой, рогачка меловая, терескен хохолковый һ. б.

Тәбиғәт һәйкәле статусын Лысогорка янындағы аҡбурлы тау Ростов өлкәһе Хөкүмәтенең 418-се Ҡарары (19.10.2006) нигеҙендә алған. Лысогорка тәбиғәт һәйкәле фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә

«О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.

Һылтанмалар

үҙгәртергә