Лысенко Андрей Гаврилович

Лысенко Андрей Гаврилович (16 июль 1916 йыл — 2000 йыл) — тарихи картиналар, пейзаж һәм портрет яһау сәнғәте оҫтаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы.

Лысенко Андрей Гаврилович
Тыуған көнө

16 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәрҙәре өлкәһе, Сандата ауылы

Вафат булған көнө

2000

Вафат булған урыны

Мәскәү өлкәһе,
Рәсәй

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Рәссам

Наградалары һәм премиялары
Сталин премияһы — 1948

Социалистик реализмдың иң күренекле вәкилдәренең береһе, уның эштәре открыткаларҙа, почта маркаларында, «Огонек», «Правда», «Советская культура», «Московский художник», «Москва» һәм башҡа күп кенә журналдарҙа баҫыла. «Клятва» диплом эше өсөн Сталин премияһы менән бүләкләнә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Гаврилович Лысенко 1916 йылдың 16 июлендә Дон Ғәскәрҙәре өлкәһенең Сандата ауылында, Сальск далаһында тыуа. Буласаҡ рәссамдың атаһы — Гаврила Лысенко — тимерсе була.

Андрей бала саҡтан икһеҙ-сикһеҙ Сальск далаларын ярата, ә ауыл тормошо уға мәңгелеккә тәбиғәткә мәхәббәт тыуҙыра. Бик бәләкәй сағында Андрей күмер менән аҡ стенала күп һанлы кешеләр һәм хайуандар фигураларын төшөрә. Ул башта тырышып өлкән апайының әлифбаһынан һүрәттәр күсереп эшләй, ә унан һуң үҙен уратып алған донъяны һүрәтләй башлай. Беренсе класта уҡығанда уҡытыусыһы малайҙың һүрәт төшөрөргә яратыуын күрә һәм уның һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Рәссам булырға тигән ныҡлы ҡарар, уның иптәшенә майлы буяуҙар бүләк иткәндәренән һуң, һәм дуҫтары буяу менән һүрәт төшөрөп ҡарағандан һуң, барлыҡҡа килә. Артабан Андрей ни генә эшләһә лә: совхозда сүкешсе булып эшләгәндә, Краснодар сәнғәт-педагогия техникумында уҡығанда, Армавир ҡалаһының РККА (Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы) гарнизон клубында рәссам-биҙәүсе булып эшләгәндә лә — сәнғәт дөньяһында карьера эшләргә һәм бөйөк рәссам булырға тигән ынтылыш бер ҡасан да уны ташламай.

1938 йылда йәш Андрей Мәскәүгә күсеп килә һәм уҡырға инеү имтихандары ваҡыты еткәнсе МДУ-да маляр булып эшкә урынлаша. Бөтә союз Кинематография Институтының сәнғәт факультетына уҡырға ингәс, күп тә тормай Андрей был уның өсөн түгел икәнен аңлай. Уны кино түгел, ә тик рәсем сәнғәте генә ҡыҙыҡһындыра. Шул саҡ ул туп-тура Суриков исемендәге Сәнғәт институтының директоры Игорь Эммануилович Грабарға бара һәм институтҡа уҡырға алыуын һорап мөрәжәғәт итә. Грабарь рәссамдың эштәрен ҡарай һәм уны шунда уҡ икенсе курсҡа уҡырға ала. Институтта студент Лысенко И. Грабарь, А. Лентулов, Б.Йогансон, С. Герасимов кеүек ҙур оҫталарҙа уҡый.

Һуғыш осоронда Андрей Гаврилович Д. Моор етәкселегендә агитация-масса плакаттар өсөн эскиздар яҙа. Андрей Лысенко фронтҡа китергә хыяллана, әммә хәрби комиссариатта кире ҡағалар — бөтә студент йәштәр эвакуацияланырға тейеш була. 1944 йылда Андрей Лысенко беренселәрҙән булып И. Е. Репин премияһы ала. Ә 1948 йылда «Клятва» диплом эше өсөн уны Сталин премияһы менән бүләкләйҙәр. Шул уҡ йылда, ҡыҙыл диплом алғас, Андрей Лысенко Рәсәй Рәссамдар Союзына инә. Ул ныҡлап эшләргә, яҙырға, төрлө Бөтә союз, республика һәм Мәскәү күргәҙмәләрендә ҡатнаша башлай. Тулыһынса эшкә сумып, ул үҙ шәхси тормошон тиҙ генә яйға һала алмай. Ләкин бер аҙҙан, үҙенең тормош иптәшен — Маргаританы осрата. Уны ул йыш ҡына үҙенең эштәрендә яҙа. Андрей Лысенко: «Әгәр мин көнөнә ике булһа ла этюд яҙмаһам, мин рәссам түгел…»,-тип яҙа.

Ижади эшмәкәрлегенән тыш, рәссам әүҙем йәмәғәт эше алып бара. 1965 йылда уны Мәскәү Рәссамдар Союзы Ойошмаһының һынлы сәнғәт секцияһы рәйесе итеп һайлайҙар. 1973 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн ул "Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы " тигән исемгә лайыҡ була. 1974 йылда ул бер төркөм рәссамдар менән Италияға бара, 1976 йылда — Францияға. Сит илдә рәссам күп һүрәттәр төшөрә. 1970 йылдар аҙағында уның күп кенә эштәрен Японияла Ек Накамур галереяһында күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн һайлап алалар.

1989 йылдан алып рәссамдың эштәре әүҙем рәүештә йыл һайын Париж күргәҙмәләрендә ҡуйыла, шулай уҡ Druot аукцион йортонда торғы менән һатыла. Ғүмер буйы Андрей Гаврилович Масловкала данлыҡлы рәссамдар йортонда йәшәй, ә ғүмеренең аҙағын Абрамцево рәссамдар ҡасабаһында үткәрә.

2000 йылда Андрей Лысенко, үҙенән һуң Рәсәйҙең һәм донъяның рәсем сәнғәте өсөн бик ҙур мираҫ ҡалдырып, вафат була. Уның эштәре Рәсәйҙең иң ҙур музейҙарында — Третьяков Дәүләт галереяһында, Тарихи музейҙа, Ҡораллы Көстәр музейында, Революция музейында, ПВО музейында, Абрамцево музей-усадьбаһында; донъяның — «Сан Carlo Borromeo» Милан сәнғәт музейында, Италия «Торе Кановезе» Туринск сәнғәт музейында; Американың заманса сәнғәт музейында; шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Европа илдәренең, Австралия, Америка, Япония, Ҡытайҙың галереяларында һәм шәхси йыйынтыҡтарҙа бар.

1950 йылда Лысенко йәшел күҙле сибәр ҡыҙ Маргаританы осрата, ул рәссам менән уның хафаларын да һәм шатлыҡтарын да ғүмер буйы уртаҡлаша.

Ул сағыу һәм үҙенсәлекле рәссамдар — ҡыҙы Лысенко Любовь Андреевнаны (1951 йылғы) һәм ейәне Лысенко Андрей Станиславовичты тәрбиәләп үҫтерә. Улар А. Г. Лысенконың һабаҡтарына һәм васыятына тоғро ҡалып, Рәсәй һынлы сәнғәт мәктәбенең традицияларын үҫтереүҙе дауам итәләр һәм Ватаныбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерәләр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • И. Е. Репин премияһы (1944)
  • Сталин премияһы (1948).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы (1973).

Һылтанмалар

үҙгәртергә