Лыкова Елена Арсентьевна
Лыкова Елена Арсентьевна (30 октябрь 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1981), доцент (1986). Күп йылдар Алыҫ Көнсығыш федераль университеты сәнғәт һәм гуманитар фәндәр мәктәбенең тарих һәм археология департаменты профессоры булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре (2005).
Лыкова Елена Арсентьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1944 (79 йәш) |
Тыуған урыны | Владивосток, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Эш урыны | Алыҫ Көнсығыш федераль университеты |
Уҡыу йорто | Алыҫ Көнсығыш федераль университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Ғилми етәксе | Куцый, Григорий Семёнович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕлена Арсентьевна Лыкова 1944 йылдың 30 октябрендә Владивосток ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 9 -сы Владивосток мәктәбен тамамлаған. 1961—1966 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты (АКДУ) тарихи-хоҡуҡи факультетының тарих бүлегендә уҡый. 1966 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң университеттың тарихи-хоҡуҡи факультетында СССР тарихы кафедраһы ассистенты була. Юғары уҡыу йортоноң был бүлегендә (үҙ тарихында бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә) 2017 йылға тиклем эшләй.
Е. А. Лыкованың ғилми етәксеһе булып Алыҫ Көнсығыштың ҙур тикшеренеүсеһе профессор Г. С. Куцый тора. Уның инициативаһы менән Лыкова 1920 йылдарҙағы Алыҫ Көнсығыш крәҫтиәндәрен өйрәнә. 1981 йылда Г. С. Куцый етәкселеге аҫтында ул «Земельная политика Советского государства на Дальнем Востоке (октябрь 1917—1929 гг.)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1986 йылдың 25 июнендә Е. А. Лыковаға доцент исеме бирелә.
Диссертацияны яҡлағандан һуң колхозға тиклемге Алыҫ Көнсығыш крәҫтиәндәре темаһы менән шөғөлләнеүен дауам итә. Күп йылдар Рәсәй фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Алыҫ Көсығыш халыҡтарының Тарих, археология һәм этнография институты менән емешле хеҙмәттәшлек итә. «Крестьянство Дальнего Востока СССР XIX—XX вв.» коллектив монографияһы авторҙарының береһе. 1997 йылда Приморье крайы энциклопедик белешмәһенең авторҙарының береһе була. 2004 йылда Е. А. Лыкованың һәм ИИАЭ хеҙмәткәре Л. И. Проскурина менән берлектә «Деревня российского Дальнего Востока в 20-30-е годы ХХ века. Коллективизация и её последствия» монографияһы сыға.
1999 йылда АКДУ тарихы факультетының Ватан тарихы кафедраһы профессоры вазифаһын ала. Был вазифаны 2010 йылға тиклем һаҡлап ҡала.
Е. А. Лыкова «История Дальнего Востока России» юғары уҡыу йорто дәреслегенең авторҙар коллективын етәкләй, дәреслек 2013 йылда Алыҫ Көнсығыш федераль университет нәшриәтендә баҫылып сыға
Әлеге ваҡытта Елена Арсентьевна — Алыҫ Көнсығыш федераль университеты сәнғәттәр һәм гуманитар фәндәр мәктәбенең Археология һәм тарих департаменты профессоры. Фәнни эшмәкәрлек менән йәнәш әүҙем уҡытыу эше менән шөғөлләнә. Түбәндәге курстар һәм махсус курстар алып бара:
- Рәсәй тарихы (XIX—XX быуат башы),
- Алыҫ Көнсығышта Рәсәй тарихы;
- Алыҫ Көнсығыштың актуаль проблемалары,
- Алыҫ Көнсығыш республикаһы: хоҡуҡи демократик дәүләт тәжрибәһе,
- Алыҫ Көнсығыш крәҫтиән тарихы.
Бер нисә тапҡыр төбәк, федераль һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларында эксперт сифатында сығыш яһай. Атап әйткәндә, 1993—1994 йылдарҙа Транссебер тимер юлы магистраленең төҙөлөү тарихы һәм Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта капитализмдың үҫеше үҙенсәлектәре буйынса инглиз телекомпанияһына консультациялар бирә, Иркутскта Транссеберҙең документаль фильмын төшөрөүҙә ҡатнаша. 1995 йылда Алыҫ Көнсығышта корея халҡының проблемалары буйынса корея телекомпанияһына консультация бирә. 2015 йылдың сентябрендә «Эхо Москвы» радиостанцияһына XX быуат башында Алыҫ Көнсығыштың геосәйәси роле тураһында ярты сәғәтлек интевью бирә[1].
Е. А. Лыкова — 70-тән ашыу ғилми баҫма авторы. Уның ғилми етәкселеге аҫтында бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм уңышлы яҡлана. Уның уҡыусылары араһында — С. М. . Стасюкевич (диссертация «Социально-экономическое развитие Амурской доколхозной деревни (1922—1929 гг.)», 1995) һәм Е. В. Черная (диссертацияһы «Земское самоуправление на Дальнем Востоке в условиях революций и гражданской войны (1917—1922 гг.)», 2011).
Наградалары
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһында юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (16 февраль 2005 йыл) — «уҡыу процесын камиллаштырыу һәм үҫтереү буйынса күп йыллыҡ емешле эше өсөн, ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге, квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн».
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (октябрь 1999 йыл) — «Оҙайлы фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне һәм Алыҫ Көнсығышта юғары белемдең 100-йыллығы менән бәйле».
- Приморье крайы губернаторының рәхмәт хаты (27 август 2009) — «күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлегендәге ҙур уңышҡа өлгәшкәне, квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәм Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм университеттың барлыҡҡа килеүенең 110 йыллығы менән».
- Приморье крайының Мәғариф һәм фән департаментының Почёт грамотаһы (20 ноябрь 2014 йыл) — «күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн, белем биреү өлкәһендә һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һәм тыуыуының 70-йыллығы менән бәйле».
- «Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының иң яҡшы уҡытыусыһы» (2002).
- «Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының хеҙмәт ветераны» (21 октябрь 2006) — «Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн».
Библиография
үҙгәртергәДиссертацияһы
үҙгәртергә- Земельная политика советского государства на Дальнем Востоке (окт. 1917—1929 гг.) : дис. … канд. ист. наук / Акад. наук СССР, Дальневост. науч. центр, Ин-т истории, археологии и этнографии народов Дальнего Востока; науч. рук. докт. ист. наук, проф. Г. С. Куцый, чл.-корр. АН СССР, докт. ист. наук, проф. А. И. Крушанов. — Владивосток, 1981. — 219 с.
Дәреслеге
үҙгәртергә- Лыкова Е. А., Дударёнок С. М., Батаршев С. В. и др. История Дальнего Востока России : учеб. пособие. — Владивосток : Изд-во Дальневост. федер. ун-та, 2013. — 319 с.
Белешмәһе
үҙгәртергә- Приморский край : краткий энцикл. справ. / гл. ред. проф. Э. В. Ермакова. — Владивосток: Изд-во Дальневост. ун-та, 1997. — 596 с. (автор ряда статей справочника по следующим темам: история Приморья со второй половины 19 в. до 1917 г. ; история края в 1917—1993 гг)
Монографиялары
үҙгәртергә- Лыкова Е. А. Очерки истории Приморья / Дальневост. гос. ун-т, фак. истории и философии. — Владивосток : Дальнаука, 1996. — 212 c.
- Лыкова Е. А, Ермакова Э. В., и др. Дальневосточный государственный университет. История и современность. 1899—1999. — Владивосток : Изд-во Дальневост. ун-та, 1999. — 704 с.
- Лыкова Е. А., Проскурина Л. И. Деревня российского Дальнего Востока в 20-30-е годы XX века. Коллективизация и её последствия = The Russian Far Eastern village in the 20-30-s of the 20th century. Collectivization and its consequences. — Владивосток : Дальнаука, 2004. — 185 с.
Мәҡәләләре
үҙгәртергә- Лыкова Е. А., Проскурина Л. И. Расчет Сталина оправдался. (Батрак в дальневосточной деревне 20-х годов) // Россия и
АТР. — 1996. — № 4. — С. 14-17.
- Лыкова Е. А., Проскурина Л. И. Третья волна иммиграции. «Корейский вопрос» в приморской деревне в 20-е — 30-е годы
ХХ в. // Россия и АТР. — 1996. — № 2. — 82-87.
- Лыкова Е. А. К вопросу о земствах на Дальнем Востоке в начале ХХ в. // Россия и Китай на дальневосточных рубежах / Амур. гос. ун-т. — Благовещенск : Изд-во АмГУ, 2001. — Т. 2. — С. 359—362.
- Лыкова Е. А. Распространение сельскохозяйственных знаний среди крестьянства Дальнего Востока в 20-е годы ХХ в. // Россия и Китай на дальневосточных рубежах / Амур. гос. ун-т. — Благовещенск : Изд-во АмГУ, 2002. — Вып. 4. — С. 539—544.
- Лыкова Е. А. Политические настроения крестьян приморской деревни в 20-е годы ХХ в. // 85 лет высшему историческому и филологическому образованию на Дальнем Востоке России : сб. тр. / Дальневост. гос. ун-т. — Владивосток : Изд-во Дальневост. ун-та, 2003. — Ч. 1 : Сб. тр. Ин-та истории и философии ДВГУ. — С. 341—346.
- Лыкова Е. А. Владивостокские восстания 1905—1907 гг. // Большая российская энциклопедия. В 35 т. — М. : Большая Рос. энцикл., 2006. — Т. 5. — С. 427 428.
- Лыкова Е. А. Особенности введения Земельного Кодекса РСФСР 1922 года на Дальнем Востоке // Историческая наука и историческое образование на Дальнем Востоке : сб. науч. ст. — Владивосток : Изд-во Дальневост. ун-та, 2009. — С. 58-61.
- Лыкова Е. А. «Корейский вопрос» в аграрной политике Советского государства на Дальнем Востоке в 1920—1930-е годы // Известия Восточного института. — 2016. — № 1 (29). — С. 26-32.
- Лыкова Е. А. Крестьянство Дальнего Востока России в Первой русской революции 1905—1907 гг.: к постановке проблемы [Электронный ресурс] // Дальний Восток России на перекрестке эпох : сб. науч. тр. — Хабаровск : Изд-во РИО ДВЮИ МВД России, 2017.
Рецензияһы
үҙгәртергә- Лыкова Е. А., Крупянко А. А. В облегченном варианте. История Дальнего Востока в интерпретации И. Д. Саначева // Россия и АТР. — 1998. — № 2. — С. 126—130 — Рец. на кн.: Саначев, И. Д. История Дальнего Востока / И. Д. Саначев. — Владивосток : Изд-во Дальневост. гос. ун-та, 1997. — 131 с.
Конференция материалдары
үҙгәртергә- Лыкова Е. А. Роль земельных обществ в жизни дальневосточной деревни 20-х гг. XX в. // Дальний Восток России в системе международных отношений в Азиатско Тихоокеанском регионе: история, экономика, культура. — Владивосток : Дальнаука, 2006. — С. 393—397. — (Третьи Крушановские чтения ; 2003).
- Лыкова Е. А. Советская власть и земельная община на Дальнем Востоке в 20-е годы XX века // Исторический опыт аграрных реформ в Сибири и на Дальнем Востоке : материалы междунар. науч.-практ. конф., посвящ. 100-летию аграрной реформы П. А. Столыпина, Благовещенск, 19-20 окт. 2006. — Благовещенск : Изд-во ДальГАУ, 2006. — С. 50-52.
- Лыкова Е. А., Проскурина Л. И. Основные проблемы аграрной истории российского Дальнего Востока (20-30-е гг. XX в.) // Тихоокеанская Россия в истории российской и восточноазиатских цивилизаций. — Владивосток : Дальнаука, 2008. — Т. 1. — С. 310—320. — (Пятые Крушановские чтения ; 2006)
- Лыкова Е. А., Проскурина Л. И. «Корейский вопрос» в приморской деревне в 20-е —30-е годы XX века // Россия — Восток — Запад. Проблемы межкультурной коммуникации : сб. науч. ст. 4-ой междунар. науч. конф., посвящ. Году русского языка в Китае и 110-летию образования ДВГУ, Владивосток, 2-4 марта 2009 г. [В 2 ч.]. — Владивосток : Изд-во Дальневост. ун-та, 2009. — Ч. II : История. Философия. Культура. — С. 40-43.
- Лыкова Е. А. Вовлечение дальневосточного казачества в советское строительство в 20-е годы XX века // Гражданская война и иностранная интервенция на российском Дальнем Востоке: уроки истории : материалы II Междунар. науч. конф., посвящ. 90-летию окончания Гражданской войны и иностранной интервенции на российском Дальнем Востоке, Владивосток, 25-27 окт. 2012 г. — Владивосток : Изд. дом Дальневост. федер. ун-та, 2012. — С. 351—353.
- Лыкова Е. А. Государственное регулирование социально-экономических процессов в дальневосточной деревне в 20-е годы XX // Историческое образование на российском Дальнем Востоке: проблемы преподавания истории на современном этапе : тез. докл. и науч. сообщ. междунар. науч. конф., посвящ. 95-летию высшего исторического образования на российском Дальнем Востоке, Владивосток, 18-19 нояб. 2013 г. — Владивосток : Изд-во Дальневост. федер. ун-та, 2013. — С. 82-83.
- Лыкова Е. А. Крестьянство Дальнего Востока России в Первой русской революции 1905—1907 гг.: к постановке проблемы // Революция 1905—1907 годов в России и на восточных окраинах империи. Формирование российского парламентаризма : тез. докл. круглого стола, посвящ. 111-летию Первой русской революции и 110-летию открытия Первой Государственной Думы, Владивосток, 27-28 28 апреля 2016 г. — Владивосток : Изд. дом Дальневост. федер. ун-та, 2016. — С. 79-80.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крупенина Е. Г. Лыкова Елена Арсентьевна. Библиографический указатель научных трудов. — Владивосток, 2018. — 12 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дальний Восток в начале XX века, Эхо Москвы (15 сентябрь 2015). 9 ноябрь 2019 тикшерелгән.