Имашев Лоҡман Ноғман улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, шайморатовсы
(Лоҡман Ноғман улы Имашев битенән йүнәлтелде)

Имашев Лоҡман Ноғман улы (1908- 8.12.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[сығанаҡ 1232  көн күрһәтелмәгән], рядовой, ҡыҙылармеец.

Имашев Лоҡман Ноғман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Аҙнай, Дим ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы
Вафат булған көнө 8 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Һөнәр төрө яугир, кавалерия
Хәрби звание лейтенант

Биографияһы

үҙгәртергә

Имашев Лоҡман Ноғман улы Бишбүләк районы Аҙнай ауылында тыуа (Аҙнай элгәре Миәкә районына керә). Воронеж губернаһындағы Вольский 2-се авиацион техник мәктәбен тамамлай. 1934 йылда Лоҡман Имашев Фатиха Хөснулла ҡыҙына өйләнә һәм ғаилә һуғышҡа ҡәҙәр Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылына күсенә. Көсө ташып торған комсомол егет «ОСОАВИАХИМ» ойошмаһын етәкләй. баш инструктор була. Армияға алынғас, кавалерияла хеҙмәт итә. Имашев Лоҡман һәм Ғүмәров Сабирйән Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының Бохарай-тау итәгендә буласаҡ һуғышсыларҙы ат менән идара итергә өйрәтә. Күнекмәләр көнөн-төнөн бара.

Һуғыш йылдары

үҙгәртергә

1941 йылдың декабрендә Дим станцияһы янында Башҡорт кавалерия дизивияһына һуғышсыларҙы туплау башлана. Имашев Лоҡман менән Ғүмәров Сабирйән тәүге көндәрҙән үк, үҙ теләктәре менән уға ҡушыла. 1942 йылдың июль айында Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се кавалерия дивизияһы фронтҡа оҙатыла. Яугирҙәр, аттар һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары төйәлгән состав Липецк өлкәһенең Тербуны станцияһына туҡтай. Брянск фронты составындағы һуғышсылар алдында фашистарҙың Воронежға табан хәрәкәт итеүен туҡтатырға, тигән мөһим бурыс ҡуйыла. 1942 йылдың 2 июленән Лоҡман Ноғман улы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1942 йылдың 19 ноябрендә совет артиллерияһының көслө залптары Волга буйында немец илбаҫарҙарын ҡыйрата башлауҙарын хәбәр итә. Әммә дошман ныҡышмалы рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтә, көсөргәнешле алышта юғалтыуҙар күп була: 20 ноябрҙә дивизия 400 кешеһен юғалта, 600-ләп ат һәләк була. 1942 йылдың 8 декабрендә Сталинград өсөн барған дәһшәтле һуғыштарҙың береһендә Лоҡман Ноғман улы хәбәрһеҙ юғала.

Роза Килеева үҙенең «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлыҡлы миәкә кешеләре» тигән китабында Лоҡман Имашев һәм Сабирйән Ғүмәров тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Яҡташтарыбыҙ Сталинград янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Уларҙың һуғыш юлы ҡыҫҡа була. Имашев Лоҡман 08.12.1942 хәбәрһеҙ юғала. Сабирйән Шакир улы ҡаты яралана һәм 1942 йылда тыуған яғына ҡайтарыла».

Балалары

үҙгәртергә

Лоҡман Имашевтың тормош иптәше Фатиха Хөснулла ҡыҙы һуғыш йылдарында «Дим» совхозында тракторҙа эшләй, яңғыҙы ике улын тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Эдуард (1935) хәрби хеҙмәткәр була, ә Марат Лоҡман улы ғүмерен водитель һөнәренә бағышлай.

  • Роза Килеева 112-й Башкирской кавалерия дивизияһының данлыҡлы миәкә кешеләре- Өфө; АН РБ, Ғилем, 2011. — 128 бит.
  • Вахитов Ф. Н., Н. И. Камалова Н. И. Слава башкирских конников.- Уфа: Китап, 2005.
  • Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов.- Уфа: Китап, 1999
  • Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006.