Лопарев йорто
- Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Вытегра ҡалаһында ХХ быуатта төҙөлгән, әлеге көндә ғәмәлдә торған Лопарев йорто тураһында һүҙ бара
Төбәк архитектура ҡомартҡыһы
Иҫтәлекле урын | |
Лопарев йорто
| |
Лопарев йорто Викимилектә |
Лопарев йорто — таштан төҙөлгән ике ҡатлы йорт ХХ быуатта Вологда өлкәһе Вытегра ҡалаһында төҙөлгән, Ленин проспектында торған ҡаралты. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта йортҡа ремонт талап ителә, был бинала Вытегра политехник техникумы урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәВытегра крайҙы өйрәнеү музейы архивы материалдары, йорт 1902 йылда сауҙагәр Лопарев аҡсаһына төҙөлә. Йорт хужаһы үҙе Мариин һыу системаһын реконструкциялау буйынса подрядсы булып торған, уның капиталы 12 миллион һумға еткән, беренсе гильдия сауҙагәре, тауар ташыу, сауҙа итеү менән шөғөлләнә, уның кирбес заводы ла була, унда юғары сифатҡа эйә «лопарев» кирбесе сығарыла. Ҡаралтыла шулай уҡ Воскресенский проспекты яғынан инә торған магазин булған. Йорт ихатаһында һәм подвалында склад биналары урынлашҡан[1][2].
Октябрь революцияһы алдынан бинаның хужаһы сауҙагәрҙәрПолянский була.
Совет власы ваҡытында был йортта водниктар клубы, ә беренсе ҡатында тәбиғи-тарихи музей урынлашҡан була. 1940-1966 йылдарҙа йортта "Волгобалтстрой" идаралығы урынлашҡан. 1966 йылда бина Вытегра урман-техник техникумына тапшырыла (хәҙерге «Вытегорск политехник техникумы»). 1974 йылда бинаға дүрт ҡатлы кирбес төкәтмә төҙөлә, унда ашхана, ятаҡ һәм аудиториялар бүлмәләре бар.
Архитектураһы
үҙгәртергәXХ быуат башында Вытегралағы таш биналарҙың береһе, ул эклектика осорона ҡарай. Йорт ҙур күләмле һәм киң композициялы үҫешкән планлы.
Ҡаралты Ленин проспекты менән Азатлыҡ урамы мөйөшөндә урынлашҡан. Төп фасады проспектҡа сыға, ҡабырға фасадтары – Азатлыҡ урамына сыға. Йорттоң мөйөшө аҫҡа табан ҡыйшайған һәмбейек аттик менән биҙәлгән. Ул Сиверс күперенән көнбайышҡа табан проспектҡа хәрәкәт иткәндә ориентир булып тора. Төп фасадының бер өлөшө шунда үҫкән ағастар артына йәшеренеп тора. Бинаның төньяғында дүрт ҡатлы ҙур кирбес төкәтмә тора.
Урам яғынан ҡарағанда, йорт бөтөн күләм кеүек күренә, әммә ихатанан ҡарағанда уның ҙур бейек төп күләмен күрергә мөмкин, ул ҡатмарлы вальмовый ҡыйыҡтар система менән ябылған, уға төкәлеп торған яғында һәм ҡанатында ҙур булмаған ике яҡлы ябай ҡыйыҡ, ҡыйыҡтың осо ҡанаттар диагонале буйлап бара. Көнбайыш фасады тулыһынса декорҙан мәхрүм, биҙәлмәгән.
Бина ниндәйҙер үҙгәртеп ҡороу һәм ҙур юғалтыуҙарға дусар булмаған. Дөрөҫөрәге, бинаның урта өлөшөндә аркалы уйым – ихатаға барып инеү өсөн эшләнгән. Таш күтәрмә-тамбур ихатанан бинаға инеү өсөн төҙөлгән, ул өс мөйөшлө ҡыйыҡ менән ҡапланған. Бер нисә иҫке ишек уйымдары көпләнгән һәм бинаның көнсығыш өлөшөндәге тәҙрәләре генә юҡ ителгән. Икенсе ҡатта бер нисә йорт мейесен һүтеп алғандар, алғы бүлмәләрҙең өлөштәрендә бүлкәләр ҡуйылған.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәБыл йорт хәҙерге ваҡытта «Вытегорск политехник техникумы»ның уҡыу бүлмәләре итеп ҡулланыла.
2021 һәм 2022 йылдарҙа йортҡа капиталь ремонт яһау өсөн 49,8 млн һум бүлеү планлаштырыл. Ремонт «2018-2025 йылдарға Вологодчина мираҫы» проекты сиктәрендә эшләнәсәк[3].
Документ
үҙгәртергәВ соответствии с постановлением Губернатора Вологодской области от 15 февраля 1999 года №101 дом Лопаревых находится под государственной охраной и отнесен к памятникам регионального значения.
Постановление от 15.02.1999 г. № 101 г. Вологда. «О ПОСТАНОВКЕ ПОД ГОСУДАРСТВЕННУЮ ОХРАНУ ПАМЯТНИКОВ АРХИТЕКТУРЫ Г. ВЫТЕГРЫ» (неопр.).
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Ведомственная информация . Дата обращения: 20 ноябрь 2020.
- ↑ Вытегорская централизованная библиотечная система | Купец А. Ф. Лопарев . Дата обращения: 20 ноябрь 2020. 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Дом Лопарева в Вытегре отреставрируют в 2021-2022 годах .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Казаринова Л.К. Город Вытегра в конце XIX – начале XX века/Л.К. Казаринова. //Вытегра: краеведческий альманах. – Выпуск 4. – Вологда: ВГПУ, издательство, 2010. – С. 55 -72.
- Мокина Г. Их богатство – всем на благо/Г. Мокина.//Красное знамя. – 1992. – 21 июля. - № 85.
- Терехова В.А. Купеческое богатство на общее благо / В.А. Терехова. //Вытегра: краеведческий альманах. – Выпуск 3. – Вологда: ВГПУ, Издательство Русь, 2005. – С. 17 – 23.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 2020 йыл 28 ноябрь [https://web.archive.org/web/20201128002946/https://dio.gov35.ru/vedomstvennaya-informatsiya/info-for-citizens/svedeniya-ob-obektakh-kulturnogo-naslediya/obekty-kulturnogo-naslediya-nakhodyashchiesya-v-sobstvennosti-vologodskoy-oblasti-v-kotorykh-predost/dom-lopareva-adres-g-vytegra-pr-lenina-52/ архивланған. Дом Лопарева]
- Вытегра. Дом Лопарева