Лобанов йорто (Таганрог)
Лобанов йорто, шулай уҡ Шучкин йорто[1] — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Грек урамы , 32-се һанлы йорт, урындағы әһәмиәттәге архитектура һәйкәле[2].
Иҫтәлекле урын | |
Лобанов йорто (Таганрог)
Лобанов йорто | |
Мещан Лобанов төҙөгән йорт Мещан Лобанов төҙөгән йорт | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Грек урамы, 32 |
Нигеҙләүсе | Мещан Матвей Яковлевич Лобанов |
Нигеҙләнгән | 1897 йыл |
Статус | архитектура һәйкәле |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Тарих
үҙгәртергәМещан Матвей Яковлевич Лобанов 1897 йылда Грек урамында 32-се һанлы бер ҡатлы йорт төҙөй[3]. 1906 йыл мәғлүмәттәре буйынса был йорт уның милкендә тора. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда 1910 йылда, башҡалары буйынса — 1915 йылда йорт Наталья Дмитриевна Щучкина милкенә күсә. Уның ире — табип һәм статский кәңәшсеһе Иван Павлович Щучкин XX быуат башынан алып ҡалала хәрби табип була. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Берҙән-бер улдары — Павел — хорунжий чинында булған, ул утыҙ йәшендә Көнсығыш Пруссияла һәләк була. Уның атаһы Иван Павлович 1915 йылдың февраль башында һуғыш яланына барып, улының үле кәүҙәһен Таганрогҡа алып ҡайта. 1921 йылда йортта 10-сы приют булған. 1992 йылда өйгә архитектура һәйкәле статусы бирелә, ул закон менән һаҡлана.
Һүрәтләү
үҙгәртергәЙорт алдын шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә мөмкин. Бинаның ҡабырға өлөштәрендә фигуралы фронтондар. Йорттоң һул яғында бәләкәй ишекле тимерҙән сүкеп эшләнгән ҙур ҡапҡа. Йорт ихатаһында балконлы ҙур булмаған манара. Ишек күтәрмәһе йорттоң урта өлөшөндә. Фасадында бер нисә түңәрәкләндерелгән тәҙрә. Ҡоролманы ярым колонналар биҙәп тора[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дом Щучкина 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Жилой дом//Комплекс застройки улицы 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
- ↑ Энциклопедия Таганрога