Липяги ыҙаны— төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ростов өлкәһе Кашар районы Ольховый утарының көнбайышындараҡ һәм Липяги утарынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Тәбиғәт һәйкәле статусын Ростов өлкәһе Хөкүмәте 735-се (08.08.2012 йыл) һәм 349-сы (15.05.2014 йыл) ҡарарҙары нигеҙендә алды.

Липяги ыҙаны
Төп мәғлүмәт
Майҙаны837,0 гектар 
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы 
Урынлашыуы
49°19′ с. ш. 40°58′ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Липяги ыҙаны
Ростов өлкәһе
Точка
Липяги ыҙаны

Тасуирлама үҙгәртергә

 
Сауҡалыҡтағы саған

Липяги урман ыҙаны тәбиғи имәнлек, ҡулдан сәселгән урмандар, дала һәм ялан, туғай үҫемлектәренән ғибәрәт. Ростов өлкәһе Кашар районы Ольховый утарынан көнбайышындараҡ һәм Липяги утарның төньяғында урынлашҡан. Кашар урман хужалығы Кашар территориаль бүлегенең 24-се — 32-се кварталдарындағы участогын биләй.

Тәбиғәт һәйкәле статусын Ростов өлкәһе Хөкүмәтенең 735-се (08.08.2012 йыл) һәм 349-сы (15.05.2014 йыл) ҡарарҙары нигеҙендә алған.

Далала башлыса ҡылған һәм валлис һолобаш үләне йәки типсаҡ башҡа төрлө үләндәр менән бергә үҫә. Яландарҙа аҡтамыр үләне киң таралған.

Бында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ҡыҙыл китабына кертелгән: платанға оҡшаш саған, ҡанатлы ҡылған, Биберштейн ләләһе, әшәлсә(ялан сәхләбәһе) һ. б. үҫемлектәр үҫә. Липяги ыҙаны биологик төрҙәргә бик бай дәрәжәле урын.

Липяги тәбиғәт һәйкәленең тәбиғәтте һаҡлау, фәнни һәм мәғрифәти әһәмиәте бик ҙур.

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар үҙгәртергә