Лешукова йорто (Таганрог)

Лешукова йорто — Комсомол бульвары , 37-се һанлы йорт, ул Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында урынлашҡан[1].

Иҫтәлекле урын
Лешукова йорто (Таганрог)
Лешукова йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Комсомол бульвары, 37
Архитектура стиле урыҫ провинциаль классицизмы
Төҙөүсе Константин Андреевич Кузьминов
Статус мәҙәни мираҫ объекты

1860 йылда барон Карл Рейкинг йорт хужаһы булған. Киләһе йорт хужаһы Рим подданный Петр де Росси була. Ул ҡатыны Тереза Николаевна менән 1873 йылда тыуған ҡыҙҙары Марияны тәрбиәләй. Улар сауҙагәр Баклажогло ғаиләһе менән дуҫ була һәм Бакложоглоның балалары Николай һәм Марияның крестный ата-әсәһе булып торалар. Петр Яковлевич Россиҙың атаһы — Яков Петрович Росси 1872 йылда итальян вице-консулы була, уның ҡустыһы Виктор Яковлевич азов мещаны Ульяна Андреевна Андропова менән никахлаша[2].

18801873 йылдар осоронда йорт мещан Константин Кузьминдыҡы була.кузьминов, мещан йорто. 1880-се йылдар уртаһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1890 йылда) йорт штабс-капитан ҡатыны Вера Солтанованыҡы була. 18981906 йылдарҙа йорт дворян Александр Иванович Коробьиндың милке булған. 1915 йылда йорт хужаһы тол ҡатын Елизавета Лешукова була.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Бер ҡатлы мөйөштәге йорт урыҫ классицизм стилендә төҙөлгән, стеналары штукатурланған. Йорт осондағы кәрниз сухариктар менән тамамланған. Цоколь ҡатының ҡабырға яғында дүрт тәҙрә тора. Йорт фасадының үҙәк майҙанында көмбәҙле тәҙрәләр, улар кронштейнда торған сандриктар менән биҙәлгән. Тәҙрә тупһалары аҫтындағы биҙәлгән кәрниздәрҙә дорик капителле парлы тура дүрт мөйөш формалы пилястрҙар тора. Улар йорт фасадын төрлө күләмдәге өс өлөшкә бүлгән.Ҡунаҡ күтәрмәһе өҫтөндә сүкеп эшләнгән сатыр йорттоң уң яғында пилястрҙар араһында тора. Уның аҫтында биҙәкле кескәй уйылмалар тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә